Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 18:16

БАШҠОРТОСТАНДА ХАЛЫҠТЫҢ 88,68% РӘСӘЙ КОНСТИТУЦИЯҺЫНА ТӨҘӘТМӘЛӘР ӨСӨН ТАУЫШ БИРҘЕ - ҮҘӘК ҺАЙЛАУ КОМИССИЯҺЫ

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр өсөн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса яңы мәғлүмәттәр иғлан ителде.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр өсөн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса яңы мәғлүмәттәр иғлан ителде.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һүҙҙәренсә, 2 июлгә иртәнге сәғәт 9-ға 2 миллион 763 кеше тауыш биреүҙә ҡатнашты, был 90,83% тәшкил итә. Ҡалаларҙа һайлаусыларҙың килеүе – 88,28%, райондарҙа 93,73% тәшкил итте. Республиканың баш ҡалаһында әүҙемлек – 86,85%.
Шулай уҡ республикала һайлаусыларҙың Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауышы нисек бүленеүе билдәле булды. Илона Макаренко әйтеүенсә, 2 миллион 448 мең кеше, йәғни 88,68% «эйе» тип тауыш бирҙе. Өфөлә тауыш биреүселәрҙең 83%, ҡалаларҙа — 86,73%, райондарҙа 91,95% илдең төп законына үҙгәрештәр өсөн үҙ фекерен әйтте.
Яҡынса 293 мең кеше, 10,6% «юҡ» тип тауыш бирҙе. Өфөлә һайлаусыларҙың 16% яҡыны Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләргә ҡаршы булыуын белдерҙе.
Торған урыны буйынса ғаризалар буйынса 30 меңдән ашыу кеше тауыш бирҙе, йәки «Мобиль һайлаусы» механизмын ҡулланыусыларҙың дөйөм һанынан 78,8%. Тауыш биреү өсөн бинанан ситтә йәки өйҙә тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар һаны тауыш биргәндәр һанынан 15% ашыу тәшкил итте. Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле граждандарҙың 84,77% тауыш бирҙе.
1 июлдә Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүҙең төп һәм һуңғы көнө тамамланды. Эпидемиологик хәлде һәм халыҡтың хәүефһеҙлеген иҫәпкә алыу кәрәк булғанлыҡтан, рәсәйҙәр аҙна буйына – 25 июндән 1 июлгә тиклем тауыш бирергә мөмкин тигән ҡарар ҡабул ителде.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: