Бөгөн, 1 июлдә, Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында, һайлау участкаларында йәки улар янында социаль йәрминкәләр ойошторола, уларҙа аҙыҡтүлекте ҡулай хаҡҡа һатып алырға мөмкин буласаҡ.
Һайлаусыларға Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек тәҡдим ителә. Социаль йәрминкәләр уҙғарыу республика халҡын ҡулай хаҡҡа сифатлы ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итергә, шулай уҡ урындағы етештереүселәргә ярҙам итергә мөмкинлек бирә. 1 июль көнө беҙҙең район ауылдарында ла социаль йәрминкәләр үтә. Уларҙа шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән ауыл хужалығы продукциялары тәҡдим ителәсәк.