Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 17:10

РЕСПУБЛИКАЛА 1 ИЮЛДӘ АЛКОГОЛЬ ҺАТЫУҘЫҢ ЯҢЫ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ ҮҘ КӨСӨНӘ ИНӘ

1 июлдән Башҡортостан биләмәһендә алкоголде ваҡлап һатыуҙың яңы тәртибе ғәмәлгә индерелә.

1 июлдән Башҡортостан биләмәһендә алкоголде ваҡлап һатыуҙың яңы тәртибе ғәмәлгә индерелә.
Депутаттар июндәге пленар ултырышта ошо продукцияны һатыу тураһында законға үҙгәрештәрҙе хупланы.
Алкоголде ваҡлап һатыуҙы көйләгән закон һығылмалыраҡ була бара, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Констатин Толкачев. Әлегә тиклем беҙҙә киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем алкоголь һатылмай ине. 1 июлдән федераль кимәлдә билдәләнгән сикләү генә ғәмәлдә була: төнгө 11-ҙән иртәнге 8-гә ҡәҙәр.
Ләкин кәрәк булған осраҡта Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты режимға төҙәтмәләр индерә һәм урындағы сикләүҙәр билдәләй ала. Был закон ведомствоға тейешле вәкәләттәр бирҙе. Йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына тыйыуҙар, элекке кеүек үк, ҡағылмай;
Константин Толкачев һүҙҙәренсә, парламент элеккесә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу өлкәһен көйләүҙә ҡатнаша.
Читайте нас: