«Быйыл биш айҙа мототранспорт водителдәре ҡатнашлығында 33 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 38-е төрлө йәрәхәттәр алған. Мотоцикл водителдәре ғәйебе менән 28 юл фажиғәһе булған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.