Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 16:57

ХӨРМӘТЛЕ ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ – КОЛЛЕГАЛАР!

Бөгөн беҙҙең ер йөҙөндә иң кәрәкле, кешелекле һөнәр эйәләре, районыбыҙҙың социаль яҡтан, кеше һаулығын һаҡлауға тос өлөш индергән һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең профессиональ байрамы! Һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо күркәм байрам менән ихлас күңелдән тәбрикләйем!

Бөгөн беҙҙең ер йөҙөндә иң кәрәкле, кешелекле һөнәр эйәләре, районыбыҙҙың социаль яҡтан, кеше һаулығын һаҡлауға тос өлөш индергән һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең профессиональ байрамы! Һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо күркәм байрам менән ихлас күңелдән тәбрикләйем!
Беҙҙең бөгөнгө йыйылыу районыбыҙҙы яйлап ҡына элекке ритм эшенә йүнәлтеү форматында ойошторолдо.

Беҙҙе уратып алған донъя мең төрлө төҫтә балҡыһа ла, ауырыуҙар өсөн табип мәңгелек сафлыҡ билдәһе – аҡ төҫтә ҡалыр. Йәше лә, ҡарты ла ауыртыу-һыҙланыуҙарын баҫырға ҙур өмөт бағалап табиптарға килә. Бизмәндең бер яғында – йәшәү, ә икенсеһендә – үлем. Ошоларҙың тәүгеһе еңһен өсөн аҡ халатлы табиптар бар тырышлығын һала.

Коронавирус беҙҙең илдә, республикала таралыу сәбәбендә әҙерлек режимына инергә тура килде. Ул әлбиттә ҙур ҡыйынлыҡтар килтерҙе. Һәр беребеҙ үҙенең эшенә яуаплы ҡараны һәм беҙ ошо ауырлыҡҡа бирешеп ҡалманыҡ. Бөгөнгө көнгә тиклем беҙҙең районға төрлө сит өлкәләрҙән, илдәрҙән ҡайтыусылар булды, уларҙың араһында әйтеп китергә кәрәк, Германиянан, Тайландтан, Турциянан, Сириянан, Вьетнамдан, Таназиянан, Ғәрәп эмираттарынан ҡайтыусылар иҫәбе күп булды. Уларҙың һәммәһенең һаулығын тикшереү һәм карантин сараларын үтәүҙәрен булышлыҡ итеү беҙ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең яуаплылығында булды, һәм беҙ уны тейешле рәүештә үтәп сыҡтыҡ. Ошо эпидемияға ҡаршы көрәш алып барыуы – үҙе бер батырлыҡ тип һынайым! Сөнки беренсе көндән үк беҙҙең коллектив үҙен ҡыйыу тотто, төшөнсөлөккә бирешмәне, шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтемде белдерәм!

Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең районда әлегәсә бер осраҡ та теркәлмәне, ул әлбиттә беҙҙең оло хеҙмәтебеҙҙең һөҙөмтәһе.

Район халҡының һаулығын ҡайғыртыуҙа, сәләмәт тормошто пропагандалауҙа, яңы технологиялар менән алға атлайбыҙ, халыҡты тейешле рәүештә ҡарауҙа, ошондағы һәр береһенең тырыш хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Үҙебеҙҙе йәлләмәй, ваҡытты иҫәпләмәй, был ауыр көндәрҙә Бөрйән районы медицина хеҙмәткәрҙәре профессиональ эшен иҫбатланы, үҙенең эшенә тоғролоғон күрһәтте.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, яңынан-яңы хеҙмәт уңыштары теләп ҡалам!

Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!
Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллин.

https://www.instagram.com/p/CB3J5eGpAdJ/?utm_source=ig_web_copy_link
Читайте нас: