Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 12:34

БАЛАЛАР, КОНКУРСТА ҠАТНАШЫҒЫҘ!

“PRO Киләсәк көҙгөһө” кинофестивале барышында дөйөм суммаһы 2 миллион һум тәшкил иткән гранттар конкурсы ойоштороласаҡ.

“PRO Киләсәк көҙгөһө” кинофестивале барышында дөйөм суммаһы 2 миллион һум тәшкил иткән гранттар конкурсы ойоштороласаҡ.
25 октябрҙән 31 октябргә тиклем Төмән ҡалаһында Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр фильмдары конкурсы үтәсәк. Сара үҙ эсенә III “Киләсәк көҙгөһө” кинофестивален дә ала, сөнки ул илдәге эпидемиологик хәл сәбәпле март айынан көҙгә күсерелгәйне. PRO форматында уҙасаҡ яңы кинофестиваль барышында дөйөм суммаһы 2 миллион һум тәшкил иткән гранттар конкурсы үтәсәк. Фестиваль Президент гранттары фонды, Рәсәй йәштәре һәм Төмән өлкәһе Хөкүмәте ярҙамы менән ойошторола.
Мәҙәни форумдың маҡсаты – кино сәнғәте һәм анимация менән ҡыҙыҡһынған, Рәсәй кинематографистарының киләһе быуынын тәшкил итерҙәй йәш таланттарҙы асыу, йәш режиссерҙарҙы, сценаристарҙы, актерҙарҙы, мультипликаторҙарҙы, операторҙарҙы, монтажсыларҙы берләштереү.
Фестиваль барышында ҡатнашыусылар үҙҙәренең фильмдарын тәҡдим итәсәк, уларҙы ижад итеү барышы менән таныштырасаҡ, эксперттар фекерен тыңлаясаҡ. Шулай уҡ тәжрибәле кураторҙар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәк, улар менән бергә ҡыҫҡа метражлы кино әҫәрҙәре ижад итеп ҡараясаҡ. Балалар һәм үҫмерҙәр киноһы менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнгән остаздар өсөн “Рәсәйҙә балалар киноһының үҫеш нөктәләре” тип аталған оҫталыҡ дәресе ҡаралған.
Фестиваль еңеүселәре төрлө ҡорамалдар алыу, кино һәм анимация өлкәһендәге ижади эшмәкәрлектәрен программалар менән тәьмин итеү, кинематография йүнәлешендә уҡыу өсөн гранттарға эйә буласаҡ. Ғаризалар 2020 йылдың 1 сентябренә тиклем “Уйын киноһы”, “Анимация”, “Документаль кино”, “Видеорепортаж/видеоблог” номинациялары буйынса зеркалобудущего.рф сайтында ҡабул ителә. Конкурстың дөйөм положениеһы менән дә ошо сайтта танышырға мөмкин.
Фото Президент гранттары фонды сайтынан.
Читайте нас: