Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 13:23

“БЕРГӘЛӘП КОРРУПЦИЯҒА ҠАРШЫ!” КОРРУПЦИЯҒА ҠАРШЫ СОЦИАЛЬ РЕКЛАМА БУЙЫНСА ХАЛЫҠ-АРА ЙӘШТӘР КОНКУРСЫ

Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы тарафынан 2020 йылда “Бергәләп коррупцияға ҡаршы!” исеме аҫтында коррупцияға ҡаршы социаль реклама Халыҡ-ара йәштәр конкурсы ойошторола.

Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы тарафынан 2020 йылда “Бергәләп коррупцияға ҡаршы!” исеме аҫтында коррупцияға ҡаршы социаль реклама Халыҡ-ара йәштәр конкурсы ойошторола.
Был проекттың мәғлүмәт партнеры - Рәсәй дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмалары, илдәге белем биреү һәм ғилми учреждениелар, йәштәр берләшмәләре. Конкурста 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәш кешеләр ҡатнаша ала. Уларға “Бергә коррупцияға ҡаршы!» темаһына конкурс эштәрен әҙерләргә кәрәк буласаҡ.
Эштәрҙе 2020 йылдың 1 майынан 1 октябренә тиклем конкурстың http://www.anticorruption.life/ рәсми сайтында «Иң яҡшы плакат» һәм «Иң яҡшы видеотаҫма» номинацияларына ебәрергә мөмкин. Конкурс эштәрендә уларҙа йәмғиәт йәшәйешенең барлыҡ өлкәләре һәм кимәлдәрендә дәүләттең коррупцияға ҡаршы көрәше механизмының заманса алымдары, шулай уҡ был йүнәлештә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек мөнәсәбәттәренең әһәмиәте һәм мөһимлеге сағылыш табырға тейеш.
Халыҡ – ара конкурсты ң үткәреү ҡағиҙәләре менән конкурстың сайтында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының рәсми телдәрендә: инглиз, ғәрәп, испан, ҡытай, урыҫ, француз телдәрендә танышырға мөмкин. Конкурстың еңеүселәрен бүләкләү тантанаһын Халыҡ-ара коррупция менән көрәш көнөндә (9 декабрь) үткәреү күҙаллана.
Конкурсы үткәреү тураһындағы тәҡдим Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы тарафынан Рәсәй Федерацияһының Президент Хакимиәте һәм Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министрлығы менән берлектә 2019 йылдың декабрендә БҒЭ-ның Абу-Даби ҡалаһында үткән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының коррупцияға ҡаршы Конвенцияһында ҡатнашҡан Дәүләттәр Конференцияһының 8-се сессияһында белдерелә.
Халыҡ-ара проект коррупцияны иҫкәртеү мәсьәләләренә йәмғиәттә иғтибарҙы киңерәк йәлеп итер, уның таралыуына кире ҡараш таратыуға булышлыҡ итер тигән өмөттә ҡалабыҙ. Конкурстың ҡағиҙәләре менән тулыраҡ ошо һылтанма аша инеп танышырға мөмкин: http://www.anticorruption.life/upload/rules-files/pdf/russian.pdf .
Читайте нас: