Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2020, 10:00

ҮҘ ҺӨНӘРЕНЕҢ БАТЫРҘАРЫ

Батырлыҡ күрһәтер ялан – тормоштоң үҙе. Медицина хеҙмәткәрҙәрен генә алайыҡ: тажвирус тигән үләт илгә генә түгел, тотош донъяға ябырылғас, меңәрләгән аҡ халатлылар, һаҡсы фәрештәләй, кеше һаулығы, ғүмере һағына баҫты.

Батырлыҡты һуғышта, яуҙа ғына күрһәтеп була, тигәндәр төптө яңылыша. Батырлыҡ күрһәтер ялан – тормоштоң үҙе. Медицина хеҙмәткәрҙәрен генә алайыҡ: тажвирус тигән үләт илгә генә түгел, тотош донъяға ябырылғас, меңәрләгән аҡ халатлылар, һаҡсы фәрештәләй, кеше һаулығы, ғүмере һағына баҫты.
Ошо заман афәтенең уртаһында ҡайнап, уға ҡаршы аҡылы, һөнәри оҫталығы, намыҫ ҡушыуы менән көрәшеп йөрөүсе үҙебеҙҙекеләр, йәғни райондаштарыбыҙ ҙа бар.
Әйтәйек, Әбделмәмбәт ауылы уҙаманы, профессор Фәнил Булат улы Шәмиғолов етәкләгән Дим биҫтәһендәге ябай дауахананың ошо коронавирусҡа ҡаршы госпиталгә әйләнеүе – заман талабы. Республикабыҙ Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың да «Бәйләнештә» селтәрендәге үҙ сәхифәһендә Фәнил Булат улы хаҡында йылы һүҙҙәр яҙыуы күптәргә мәғлүмдер. Коронавирусҡа ҡаршы үҙе етәкләгән дауахананың 840 медицина хеҙмәткәре менән яу асҡан яҡташ профессорға ял көнө шылтыратып та өйөндә тәл итә алманыҡ – эшкә ашығыуы ине. Яҡташтары өсөн алтын ваҡытының бер өлөшөн бесеп, ул былай тине: “Интернет селтәрҙәрендә коронавирус юҡ, ул дөйөм чиплау үткәреүгә сәбәп кенә, тигән алдыҡ мәғлүмәттәр йөрөй, әммә вирус бар һәм ул аяуһыҙ. Коронавирусты мин ҡырмыҫҡаға оҡшатып китәм: бесән мәлендә ҡанатлы ҡырмыҫҡалар осоп йөрөй ҙә, теләгән ерендә атлап китә лә бара – шуның һымаҡ. Бәләкәй, күҙгә күренмәҫ вирус тотош донъяға яу булды. Шуның эсендә йөрөгәс, беләбеҙ – ул ҡурҡыныс һәм был афәттән һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк. Әле һаҡланыу режимы бер аҙ йомшартылһа ла, вирус көсһөҙләнде, тип әйтергә нигеҙ юҡ. Уның көсө – кешенән кешегә йоға, әммә көсһөҙәймәй. Көҙ тағы ҡуҙғыр, тиҙәр, әммә уны берәү ҙә белмәй. Кәмер, тигән өмөт кенә бар. Мин прогноз бирә алмайым. Башҡорт халҡына ике сифатхас – ул бер үк ваҡытта тәртипле, таҙа һәм дыуамал. Тәртипле булыуы уны күп осраҡта бәләнән ҡурсыһа, дыуамаллығы ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Һаҡланығыҙ, абай булығыҙ. Иң яҡшыһы, барыбер, һаҡланыу. Мәҫәлән, Дағстанда был сирҙең күпләп таралыуының сәбәбе – кеше үлгәс, йола һаҡлап, бөтә ауыл бара һәм бер-береһенә йоҡтора. Коронавирустан үлгәндәрҙе махсус белгестәр йыуа, кәфенләй, моргтан асылмаҫ табуттарҙа ҡайтарып, өйөнә лә индермәй, бер нисә кеше генә ерләй.
Вирус бит ул - күҙгә күренмәҫ аҫтыртын дошман. Хатта медицина белеме булған бәғзе берәүҙәр вирустың барлығына ышанмай шылтыратҡаны булды. Ялған мәғлүмәттәр халыҡты һаҡланыуҙан яҙҙырмаһынине. Һаҡланғанды Алла һаҡлар, тейҙәрме әле – ошоно гел иҫтә тотһон яҡташтар. Үҙебеҙҙең дауаханаға килгәндә, 840 медицина хеҙмәткәренең 225-е – табиптар. 80 медицина хеҙмәткәре ятып эшләй, йәғни бинанан сыҡмай. Ятаҡ бар. 30 марттан коронавирус сирлеләрҙе дауалауға тотондоҡ. Бала табыу бүлегендә бөгөнгө көндә 19 ҡатын-ҡыҙ ята, 11 бала тыуҙы. Үпкә шешеүе менән корпуста 100 кеше дауалана. Беҙгә икенсе дауаханаларҙан сирлеләрҙе ебәрәләр. Смена-вахта ысулы менән тәүлек әйләнәһенә эшләйбеҙ. Алты сәғәт һайын персонал алмашына. Ашатып – эсереү, душтарҙың эшләүе, бөтә кәрәкле шарттар булдырыу – беҙҙең хәстәр. Махсус скафандр кеүек чумаға ҡаршы костюмдарҙа, ике ҡатлы бирсәткәләрҙә эшләүе еңел түгел. Ошо рәүештә операциялар яһайбыҙ, кесарево юлы менән сабыйҙарҙы донъяға килтерәбеҙ.
Бөтә Дим районының учреждениелары беҙгә ҡарай. 20 меңләп балалар, 50 меңдән ашыу өлкәндәр – беҙҙең ҡарамаҡта. Көн һайын балалар поликлиникаһының – 2, ололар поликлиникаһының 2 “тиҙ ярҙам” машинаһы 150 тапҡыр COVID-ҡа шик тыуҙырған кешеләргә сыға (табип, медсестра, водитель һәм бөтә кәрәк-ярағы менән). Беҙҙең ҡарамаҡта тағы 45 баҡсасылыҡ ширҡәте, уларға, билдәле, юл насар, тар, ҡыҫынҡы, әммә беҙ кешеләргә барып етергә бурыслы. Масштаблы профилактика эше менән дә шөғөлләнәбеҙ.
Әле урта медперсонал, лаборанттар кәрәк. 15-20 көн эшләгәндәр икенсе сменаға килергә ҡыйынһына. Даими махсус костюмда һәм еңел булмаған психологик мөхиттә эш рәхәт түгел, әлбиттә. Пациенттар ябыҡ режимда дауалана– коридорға сыҡмайҙар, палатала ғына ултыралар. Бөтә ерҙә камера. “ Бысраҡ зона” ла бөтә яҙыуҙар электрон вариантта алып барыла. Беҙ шуларҙы ҡарайбыҙ, күҙәтәбеҙ, һығымта яһайбыҙ. Сирлеләр төрлө – берәү үпкәһенең 90 проценты зыян күрһә лә терелеп сыҡты. 10- 14 йәшлек балалар, шөкөр, аҙ – бармаҡ менән һанарлыҡ. Дауаханабыҙға республика Башлығы үҙе килде. Республика етәкселеге эшебеҙ менән ҡыҙыҡһынып, һәр саҡ ярҙам итергә генә тора – рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ Радий Фәрит улына.
Бөгөн ҡурҡыныс аҫтындағы звено – медиктар һәм оло быуын кешеләре. Әммә беҙ, аҡ халатлылар, һәр саҡ теләһә ниндәй осраҡҡа әҙер булырға тейеш.
Медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡаһарманлығы хаҡында әйткәндә, үҙебеҙҙең район ҡыҙы, табип Фазылова Ләйсән Ирек ҡыҙы хаҡында ла бер кәлимә маҡтау һүҙе артыҡ булмаҫ. Ул үҙе беҙҙең Дим биҫтәһендәге дауаханала коронавирус йоҡторғандар менән эшләргә теләгенен алдан шылтыратып белдерҙе.
Бөрйәндән ике табип теләк белдергәйне, әлегә Ләйсән Ирек ҡыҙы ғына килде. Көсһөҙ тип нарыҡланған зат вәкиленең ошондай теләктә яныуы – үҙе батырлыҡ. Беҙҙең дауаханаға республика буйынса табиптарҙы министрлыҡ командировкаланы. Бәғзеләркилеүҙән баш тартты. Ләйсән Ирек ҡыҙы кеүек үҙҙәре теләк белдереүселәр ҙә юҡ түгел. Ундайҙар менән эшләүе еңел. Фазылова, ике смена эшләгәс, Бөрйәнгә ҡайтасаҡ. Афарин, яҡташ, тиергә генә ҡала уға.
Эйе, бөгөн беҙ – фронттың алғы һыҙығында. Алһыҙ-ялһыҙ эшләргә тейешбеҙ. Өйҙән иртә таңдан сығып китеп, төнгө 10-11-ҙәрҙә генә ҡайтырға тура килә. Заман ошоно талап итә. Алғы һыҙыҡҡа ҡуйылғанбыҙ икән – беҙ халыҡтың һаулығы, ғүмере һағында уяу торорға бурыслы”, - тине Фәнил Булат улы.
Эйе, башҡорт тотоп ҡарамайынса, үҙ башына төшмәйенсә ышанмай, тиеүҙәре дөрөҫтөр: профессор яҡташыбыҙ менән телефон аша һөйләшеү күңелдәге “әллә был вирус, ысынлап, юҡ микән” тигән икеләнеүҙәрҙе елгә осорҙо. Был заман афәте бар һәм уға ҡаршы алғы һыҙыҡта бөрйәндәр ҙә көрәшеп йөрөй. Яҡташыбыҙҙың алтын кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ – һаҡланайыҡ, ошо заман афәтенән имен булайыҡ, йәмәғәт!
Ә Фәнил Булат улы Шәмиғолов, Ләйсән Ирек ҡыҙы Фазылова кеүек ҡаһарман табиптарыбыҙҙы Аллаһы Тәғәлә Үҙе һаҡлаһын һәм һөнәри байрамдарын билдәләгән көндәрендә генә түгел, һәр даим һаулыҡтан айырмаһын – беҙҙең өсөн, башҡортостанлылар өсөн!
Читайте нас: