Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 13:20

БЮЛЕТТЕНДӘР ҺАЙЛАУ КОМИССИЯЛАРЫНА ОҘАТЫЛДЫ

2020 йылдың 18 июнендә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплау мәсьәләһе буйынса бөтәрәсәй тауыш биреү өсөн бюллетендәр территориаль һайлау комиссияларына ике көн эсендә килтереләсәк.

2020 йылдың 18 июнендә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплау мәсьәләһе буйынса бөтәрәсәй тауыш биреү өсөн бюллетендәр «Издательство «Белая река» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте типографияһынан «Махсус элемтәнең баш үҙәге» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Башҡортостан Республикаһы буйынса махсус элемтә идаралығы вәкилдәренә тапшырылды. Бюллетендәр территориаль һайлау комиссияларына ике көн эсендә килтереләсәк.
Тауыш биреү өсөн бюллетендәрҙе тапшырған ваҡытта Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә бар ине.
Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһының «Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплау мәсьәләһе буйынса тауыш биреү өсөн полиграфия ойошмалары тарафынан бюллетендәрҙең һаны һәм уларҙы әҙерләү ваҡыты тураһындағы» ҡарары нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреү өсөн 3 047 426 бюллетень әҙерләргә ҡарар итте, шул иҫәптән һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын ҡулланып тауыш биреү өсөн– 362 850 дана.
Бюллетендәр өс телдә эшләнгән: урыҫ телендә (2462876), урыҫ/башҡорт телдәрендә (390650) һәм урыҫ/татар телдәрендә (193900).
Читайте нас: