Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 18:30

АҒИҘЕЛ ТАҘА БУЛҺЫН!

Ағиҙелебеҙҙең есеме исеменә тап килеп торорға тейеш – районда “Таҙа Ағиҙел” акцияһының беренсе этабы 18 июндә старт алды ла инде.Байназар тарафтарына юлланғанда оло-ғара тоҡ һөйрәп Иҙел ярын айҡап-байҡап йөрөүсе ҙур ғына төркөмгә тәл булдыҡ.

Ағиҙелебеҙҙең есеме исеменә тап килеп торорға тейеш – районда “Таҙа Ағиҙел” акцияһының беренсе этабы 18 июндә старт алды ла инде.
Байназар тарафтарына юлланғанда оло-ғара тоҡ һөйрәп Иҙел ярын айҡап-байҡап йөрөүсе ҙур ғына төркөмгә тәл булдыҡ – Ҡурғашлы мәктәп-балалар баҡсаһы коллективы үҙенә тәғәйен биләмәне таҙалап, рәткә килтереп йөрөй икән.
“Акцияға бөтә коллектив ҡушылды. Бына бөгөн, күбеһе отпускыла булыуына ҡарамаҫтан, тотош коллектив өмәгә сыҡты. Ҡурғашлы йылғаһы тамағынан (Арал утрауынан) Нәби ауылы күперенәсә барасаҡбыҙ. Мәктәп-баҡсабыҙҙа косметик ремонт эштәре лә, баҡса эштәре лә гөрләй. Коллектив уңған, берҙәм, шуға дөйөм эштәр еңеллек менән атҡарыла”, - ти башланғыс мәктәп-баҡса етәксеһе Лилиә Маликова.

Төркөм үтте – яр буйҙары шешә-ҡаптарҙан арынып, таҙарып ҡалды. Һәр кем үҙенең артынан сүп-сарын йыйып йөрөһә, ошо таҙалыҡ һәр саҡ күҙҙе ҡыуандырып, күңелде ҡанатландырып торор ине лә.
Читайте нас: