Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 12:45

МИХАИЛ МУРАШКО БАШҠОРТОСТАНДАҒЫ ИНФЕКЦИЯ ҮҘӘГЕ ТУРАҺЫНДА: ҺОҠЛАНҒЫС МИҪАЛ, ТАРАТЫРҒА КӘРӘК

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Беренсе каналдың «Док-ток» ток-шоуында Өфө районы Зубов ауылындағы яңы клиник-диагностика инфекция үҙәге тураһында һөйләне. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Башҡортостандан өлгө алырға кәрәклеген билдәләне.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Беренсе каналдың «Док-ток» ток-шоуында Өфө районы Зубов ауылындағы яңы клиник-диагностика инфекция үҙәге тураһында һөйләне. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Башҡортостандан өлгө алырға кәрәклеген билдәләне.
«Быны таратырға кәрәк, Оборона министрлығы ла шундай өлгө күрһәтә. Улар ошондай госпиталдәр төҙөй башлаған тәүгеләр иҫәбендә булды. Түбәнге Новгородтың төҙөлөштө тамамлап килеүен беләм, Татарстанда эш башланды, ләкин икенсерәк технология буйынса. Тиҙ, сифатлы һәм функциональ итеп эшләү – дөрөҫ йүнәлеш ул».
Михаил Мурашко Башҡортостандағы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән яңы Инфекция госпиталенә юғары баһа бирҙе.
«Ысынлап та, был дауахананы төрлө йүнәлештәр өсөн файҙаланырға мөмкин. Объект еренә еткереп эшләнгән. Ҡурай сәскәһенең таждары бүленергә мөмкин. Һәр палатала булған бокстан тыш, секцияларҙы ла бүлергә була. Әлеге клиниканы төрлө инфекциялар, пациенттарҙың төрлө профиле өсөн файҙаланырға мөмкин. Был архитектура яғынан дөрөҫ ҡарар. Өҫтәүенә «кубик эсендә кубик» итеп төҙөлгән. Беҙгә тағы ла бик күп проекттарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Халыҡ көтөргә теләмәй. Беҙ проекттарға инәбеҙ һәм биш йылдан бында ҡала-баҡса була, тибеҙ. Ләкин бөгөн проблемалар бар. Уларҙы хәл итеү мөһим. Мәҫәлән, проекттарҙың 55-60 көн эсендә бойомға ашырылыуы, минеңсә, һоҡланғыс миҫал», — тип билдәләне министр.
Читайте нас: