Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июнь 2020, 15:34

БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҮҪТЕРЕҮ ҺӘМ ҺАҠЛАУ МАҠСАТЫНДА

18 июндә киске сәғәт 7-лә “Торатау” конгресс-холында “Башҡорт теле: яңы ҡараш” тигән сара уҙғарыла. Уның нигеҙендә башҡорт телен танытыу проекттары менән таныштырыу күҙаллана.

18 июндә киске сәғәт 7-лә “Торатау” конгресс-холында “Башҡорт теле: яңы ҡараш” тигән сара уҙғарыла. Уның нигеҙендә башҡорт телен танытыу проекттары менән таныштырыу күҙаллана.
Сара оффлайн һәм онлайн тәртибендә үткәрелә, сөнки коронавирус пандемияһы шарттарында унда ҡатнашырға теләгәндәрҙең барыһын да бер майҙансыҡҡа йыйыу мөмкин түгел. Проект авторҙары унда туранан-тура ҡатнаша, ә киң аудитория өсөн Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә тапшырыу ойошторола. Сарала башҡорт телен өйрәнеү өсөн видео-дәрестәр, мобиль ҡушымталар, “Бәйләнештә”ге һәм iTunesтағы тәүге башҡортса подкастар, йылдам үҫә барған “Аҫылташ” башҡорт йәштәре бренды һәм башҡалар тураһында һөйләйәсәктәр.
Сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойоштора.
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас в