Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 11:35

МЕДИЦИНА ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ КҮСЕРЕЛӘ

Быйыл Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәре көнө 26 июнгә күсерелә. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында белдерҙе.

Быйыл Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәре көнө 26 июнгә күсерелә. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында белдерҙе.
– Беҙ был байрамды 21 июндә билдәләйбеҙ. Минең был йәһәттән тәҡдимем бар: быйыл табиптарға айырым рәхмәт әйтке килә ине. Беҙҙә бик етди программа әҙерләнгән, федераль һәм республика кимәлендәге наградалар бирергә йыйынабыҙ. Тик коронавирусҡа бәйле хәл генә пландарҙы боҙмаһын ине, – тине ул. – Республиканың медицина йәмәғәтселеге ҡаршы килмәһә, байрамды 26 июндә билдәләйек. Егерме көн самаһы ваҡыт бар, уға тиклем тигеҙ генә барһаҡ, табиптарға ҙур итеп рәхмәт әйтер инек.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры һәм табиптар йәмәғәтселеге исеменән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева был башланғысты хупланы.
Июнь айы аҙағында республикала тағы бер халыҡ-ара кимәлдәге сара үтәсәк. Радий Хәбиров Өфөлә "Евразия йөрәгенән ҡараш” концепцияһы сиктәрендә урбанистар форумы ойошторорға тәҡдим итте.
– Беҙгә билдәле урбанист Сергей Капков мөрәжәғәт итте һәм республикала йәмәғәт биләмәләрен, сквер һәм парктарҙы ойоштороу йәһәтенән тупланған тәжрибә менән уртаҡлашыуҙы һораны. Шуға күрә халыҡ-ара кимәлдәге форум үткәреү маҡсатҡа ярашлы булыр тип иҫәпләйем, – тине ул.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға халыҡ-ара форумға тиклем тиҙ арала “Имәнкәйҙәр” скверын һәм “Торналар” фонтанын эшләп бөтөргә ҡушты.
Фото: etcetera.media
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: