Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 11:17

БАШҠОРТОСТАН ХАЛҠЫ ҮҘҘӘРЕН ТАЛПАН ҠАҘАЛЫУҘАН СТРАХОВКАЛАЙ АЛА

Башҡортостан Республикаһы халҡының Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә үҙҙәрен талпан ҡаҙалыуҙан страховкалау мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Башҡортостан Республикаһы халҡының Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә үҙҙәрен талпан ҡаҙалыуҙан страховкалау мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Уларҙың һәр береһендә «Талпанға ҡаршы» ирекле страховка программаһы тиҙ арала юлларға мөмкин.
Талпан тешләгән осраҡта, страховкаланған кешегә бөтә Рәсәй биләмәһендә квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.
Программа амбулатор-поликлиника ярҙамы алыу мөмкинлегенә, талпан ҡаҙалған осраҡта тиҙ арала дауаханаға ятырға, шулай уҡ 500 мең һумға тиклем дауаланырға мөмкинлек бирә.
Өҫтәүенә, ярҙам һорап, страховка аҡсаһы бөткәнсе күпме теләйең, шунса тапҡыр мөрәжәғәт итергә була. Яңы тыуған сабыйҙы ла, оло йәштәге кешене лә страховкаларға мөмкин.
Страховка полисы 1 йыл үҙ көсөндә була.
Полисты почта бүлексәләре операторҙары ғына түгел, шулай уҡ почтальондар ҙа өйгә килеп тултыра.
“Талпанға ҡаршы” ирекле страховкалау программаһы буйынса ентекле белешмәне һәр бер почта бүлексәһендә, шул иҫәптән телефон аша ла алырға мөмкин.
Рәсәй Почтаһы
Читайте нас: