Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 19:07

РАДИЙ ХӘБИРОВ «АЛҒА» МАХСУС ИҠТИСАДИ ЗОНАҺЫ ИНВЕСТОРҘАРЫ МЕНӘН МӘСЬӘЛӘЛӘРҘЕ ТИҘЕРӘК ХӘЛ ИТЕРГӘ САҠЫРҘЫ

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ишембайҙа «Алға» махсус иҡтисади зонаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ишембайҙа «Алға» махсус иҡтисади зонаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Унда республика хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, махсус иҡтисади зонаның буласаҡ резиденттары вәкилдәре ҡатнашты.
Потенциаль резиденттар бында үҙҙәренең производстволарын урынлаштырыу өсөн йылдам идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итергә тейеш, тип билдәләне кәңәшмәлә ҡатнашыусылар.
«Әлегә беҙҙә яңы проекттар өсөн биләмә бар, беҙ инвесторҙар көтәбеҙ. Үҙҙәре хаҡында ни тиклем иртәрәк белдерһәләр, бында участкалар алыу мөмкинлеге лә шул тиклем ҙурыраҡ, – тине Радий Хәбиров. – Йылдам ҡарарҙар ҡабул итегеҙ».
Махсус иҡтисади зона участкаларының дөйөм майҙаны (һәр районда икешәр) 470 гектар тәшкил итә. Уларҙың яртыһынан ашыуы проекттар өсөн тәғәйенләнгән дә инде.
Тиҙҙән Рәсәй һәм Башҡортостан хөкүмәттәре, район хакимиәттәре араһында стратегик йүнәлештәрҙе һәм махсус иҡтисади зонаның үҫеш этаптарын билдәләргә тейешле килешеү төҙөргә кәрәк.
«Махсус иҡтисади зона булдырылды. Уның резиденттарының бында мөмкин тиклем тиҙерәк инеүе һәм үҙ башланғыстарын ғәмәлгә ашыра башлауы бик мөһим. Шуға күрә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бында етештереү майҙансыҡтары барлыҡҡа килһен өсөн беҙҙең яҡтан аныҡ ғәмәлдәр кәрәк, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Шулай уҡ реаль проекттары булған ышаныслы инвесторҙар эҙләүҙе дауам итеү зарур. Уларҙың килеүенә беҙҙә бөтә нәмә әҙер булырға тейеш».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, май аҙағында Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары сигендә ошо биләмәне булдырыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
«Сәнәғәт-етештереү тибындағы «Алға» махсус иҡтисади зонаһын ойоштороу – ҙур еңеү ул! Эштә беҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Республика Хөкүмәте, муниципалитеттарҙың хакимиәт башлыҡтары – хәҙер беҙ барыбыҙ ҙа ошо биләмәне үҫтереү өсөн яуаплы».
Эшмәкәрлектең координаторы – вице-премьер Илшат Тажетдинов. Республика башлығы Башҡортостан хөкүмәтенә инвесторҙар өсөн инфраструктура булдырыу йәһәтенән әҙерлек һәм проект алды эшен башларға, шулай уҡ проекттарға булышлыҡ итеү буйынса төбәк сараларын яҡшылап уйларға ҡушты.

Башинформ

Читайте нас: