5, 8 июнь көндәрендә Бөрйән районы прокуратураһында 3-52-35 телефоны аша коронавирус инфекцияһын индереү һәм таратыу хәүефе менән бәйле шарттарҙа ветерандарҙың, инвалидтарҙың, балалары булған ғаиләләрҙең социаль ярҙам сараларын алыу хоҡуҡтарының үтәлеү мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу линия” үткәрелә.
-ғариза тапшырмайынса, беренсе йәки икенсе бала тыуыуға (уллыҡҡа алыу) бәйле, айлыҡ түләүҙәрҙең тәғәйенләнеүе;
-халыҡты социаль яҡлау органдары тарафынан күп балалы ғаиләләргә, инвалидтарға, веерандарға ғариза һәм раҫлаусы документтар тапшырмайынса БР бюджеты аҡсаһы иҫәбенән социаль ярҙам сараларын (түләүҙәр) күрһәтеү буйынса;
-балалары булған ғаиләләргә, түләүҙәр буйынса хоҡуҡ боҙоуҙар булһа, күрһәтелгән телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Яҙма ғаризалар, ялыуҙар менән шулай уҡ Бөрйән районы прокуратураһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Адресы: Иҫке Собханғол ауылы, Урал урамы, 1/1 һанлы йорт. Телефон һандары: 3-52-08.
Ф. ҒӘЙЕТҠОЛОВ, район прокуроры,
юстицияның өлкән советнигы.