Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 13:00

ӨС ҠЫҘ

#Халыҡ_ижады#Бал_ҡортоБер ҡатын йәшәгән. Ул өс ҡыҙын ашатып-эсерер өсөн көнө-төнө эшләгән. Өс ҡыҙ ҙа ҡарлуғас кеүек етеҙ, тулған айҙай матур йөҙлө булып үҫкәндәр.

#Халыҡ_ижады#Бал_ҡорто
Бер ҡатын йәшәгән. Ул өс ҡыҙын ашатып-эсерер өсөн көнө-төнө эшләгән.
Өс ҡыҙ ҙа ҡарлуғас кеүек етеҙ, тулған айҙай матур йөҙлө булып үҫкәндәр. Бер- бер артлы кейәүгә сығып, әсә йортон ташлап киткәндәр.
Бер нисә йыл үткән. Әсәләре ҡаты ауырып китә лә ҡыҙҙарына тейенде ебәрә.
— Ҡыҙҙарымды эргәмә саҡырсы! — тигән ул.
— Уй! — тигән өлкән ҡыҙы, ҡайғылы хәбәрҙе ишеткәс. — Барыр инем дә, миңә бынау ике тасты таҙартырға кәрәк.
— Тасты таҙартырға?! — тип асыуланған тейен. — Мәңге шуларҙан айырылма!
Шул саҡ тастар өлкән ҡыҙҙы алдан да, арттан да ҡаплап алғандар ҙа, ул ташбаҡаға әйләнгән дә ҡуйған, ти.
Тейен уртансы ҡыҙға киткән.
— Уй, — тигән, ти, ул. — Әсәйем янына барыр инем дә, минең эшем күп шул: баҙарға тиклем миңә киндер туҡырға кәрәк ине.
— Бер туҡтамай киндер туҡы ла туҡы, — тигән, ти, тейен, асыуланып.
Шул саҡ уртансы ҡыҙ үрмәксегә әйләнгән.
Кинйә ҡыҙ тейен уға килгәндә ҡамыр баҫып торған, ти. Ул, ҡулын да һөртөп тормайынса, әсәһенә ярҙамға йүгергән, ти.
— Кешеләргә ҡыуаныс һәм тәмле-татлы ризыҡ килтереп йәшә, балаҡайым, — тигән уға тейен. — Кешеләр ҙә һине, балаларыңды, ейәндәреңде яратырҙар, уларға тик изгелек эшләрҙәр.
Ысынлап та, кинйә ҡыҙ бик оҙаҡ йылдар йәшәгән, ти. Барыһы ла уны яратҡан, хөрмәт иткән. Үлер алдынан ул алтын бал ҡортона әйләнгән, ти.
Көндөң-көн буйына бал ҡорто кешеләргә бал йыя. Ә ҡышҡыһын инде, бар тирә-яҡ һыуыҡтан һәләк булғанда, ул йылы умартала йоҡлай.
Читайте нас: