Республикала шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү тамамланыуға табан бара.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 19 майға аграрийҙар 27,6 мең гектар татлы культура сәскән, йәки планға ҡарата 98 процент. Республиканың 18 сөгөлдөр сәскән районынан һигеҙ муниципалитет ошо тамыраҙыҡтар сәсеүҙе тулыһынса тамамлаған. Сөгөлдөр майҙандарының күбеһе — Шишмә (5,2 мең гектар), Благовар (5,8 мең гектар) һәм Бүздәк (4,9 мең гектар) райондарында.
Майҙағы ҡулай һауа торошо Башҡортостан аграрийҙарына сәсеү эштәренең ғәҙәти темптарына әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек бирҙе. 19 майға игенселәр 1,5 миллион гектарға яҙғы культуралар сәскән, был планлаштырылған күләмдән 77 процент тәшкил итә. Һуңғы тәүлектә артым – 86 мең гектар.
Ҡайһы бер райондар яҙғы культуралар сәсеүҙе тамамлаған тиерлек. Әйтәйек, Илеш һәм Стәрлебаш игенселәре һуңғы гектарҙарҙа эшләй. Дәүләкән, Мәләүез, Баҡалы, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Саҡмағош һәм Шаран райондары аграрийҙары ла финиш һыҙығына яҡынлаша. Был райондарҙа бөтә майҙандарҙың 85-тән алып 90 процентына тиклем сәселгән.