Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 14:20

БАШҠОРТОСТАНДА КОРОНАВИРУС ИЗОЛЯЦИЯҺЫНАН ҺУҢ СПОРТ САРАЛАРЫ УҘҒАРЫЛА БАШЛАЙ

Башҡортостан – Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы режимды йомшартыу осоронда спорт ярыштарын уҙғара башлаған беренсе төбәк.23 майҙа «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турнирының өсөнсө этабы була. Ярыштар тамашасыһыҙ үткәрелә.

Башҡортостан – Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы режимды йомшартыу осоронда спорт ярыштарын уҙғара башлаған беренсе төбәк.
23 майҙа «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турнирының өсөнсө этабы була. Ярыштар тамашасыһыҙ үткәрелә.
Ат сабышын биш телеканал: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, UTV, «Вся Уфа», Конный мир, «СтартТВ» күрһәтә, шулай уҡ ярыштар барышын социаль селтәрҙәрҙә күҙәтеп барырға мөмкин (VK akbuzat_ippodrom_ufa).
Өсөнсө этапта ипподром аттарында Архангел, Бөрө, Иглин, Салауат райондары вәкилдәре ҡатнаша. Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Турнир бөтә санитар нормаларға ярашлы уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр ипподром хакимиәтенән.
Читайте нас: