Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 12:31

РЕСПУБЛИКАЛА ТУБЕРКУЛЕЗДЫҢ ӘҮҘЕМ ФОРМАҺЫ МЕНӘН СИРЛӘГӘНДӘРҘЕ МӘЖБҮРИ РӘҮЕШТӘ ДАУАХАНАҒА ҺАЛАЛАР

Башҡортостанда прокурорҙар туберкулездың әүҙем формаһы менән сирләгәндәрҙе мәжбүри рәүештә дауаланырға ебәреүҙе талап итте.

Башҡортостанда прокурорҙар туберкулездың әүҙем формаһы менән сирләгәндәрҙе мәжбүри рәүештә дауаланырға ебәреүҙе талап итте.
Асыҡланыуынса, туберкулездың хәүефле формаһы асыҡланған ете кеше оҙаҡ ваҡыт медицина тикшереүе үтеүҙән һәм дауаланыуҙан баш тартҡан, шул рәүешле улар тирә-йүндәгеләрҙең һаулығы өсөн хәүеф тыуҙырған.
Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау өсөн Иглин һәм Нуриман райондары прокурорҙары ошондай пациенттарҙы мәжбүри рәүештә дауаханаға һалыу талабы менән судҡа мөрәжәғәт иткән.
Дәғүәләрҙе ҡарау һөҙөмтәләре буйынса прокурорҙарҙың талаптары тулыһынса ҡәнәғәтләндерелгән.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: