2020 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы быйыл ҡатмарлы шарттарҙа бара. Күпселек республика халҡы өсөн урамда йөрөүҙәр сикләнде, үҙизоляция режимы индерелде. Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында граждандар был осорҙа мотлаҡ өйҙә ҡалырға тейеш. Яратып уҡыған гәзит-журналдарығыҙға үҙизоляция режимы шарттарында өйҙән сыҡмай ғына яҙылырға мөмкин.