Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 17:31

КИШЕР УҢЫШЫН НИСЕК ДҮРТ ТАПҠЫРҒА АРТТЫРЫРҒА?

Сәскән йәшелсәгеҙ тиҙ, берҙәм шытып сыҡһын, артабан уны һирәкләп ыҙаламау өсөн нимә эшләргә? Беҙҙең был яҙмабыҙ витаминдарға ифрат бай кишер үҫтереү, артыҡ мәшәҡәтһеҙ мул уңыш алыу тураһында, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН ГӘЗИТЕ.

Сәскән йәшелсәгеҙ тиҙ, берҙәм шытып сыҡһын, артабан уны һирәкләп ыҙаламау өсөн нимә эшләргә? Беҙҙең был яҙмабыҙ витаминдарға ифрат бай кишер үҫтереү, артыҡ мәшәҡәтһеҙ мул уңыш алыу тураһында, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН ГӘЗИТЕ.
Шытым биреүҙе тиҙләтәбеҙ. Күптәр кишерҙең яй сығыуына зарлана. Ҡайһы берҙә сәскәндән һуң ике аҙналап ваҡыт үтә, ә үҫентеләр күренергә лә уйламай. Йә улар тигеҙ сыҡмай ыҙалата: түтәлдең бер өлөшөндә шытымдар бар, ә икенсе өлөшө тап-та­ҡыр ята. Был пробле­маларҙың сәбәбе кишер орлоғоноң тышында эфир майҙарының күп булыуы менән бәйле, тап улар һыуға эскә үтергә һәм шытымдарҙы уятырға тотҡарлыҡ тыуҙыра. Беҙҙең бурыс – сәсер алдынан әлеге эфир майҙарынан арыныу. Бының өсөн орлоҡто эҫе һыу (55–60 °С) аҫтында 30 минут тоторға һәм 12 сәғәткә “Гуми” (йәки “Борогум”) һәм “Фитоспорин” биопрепараттары ҡат­нашмаһына һалып ҡуйырға кәрәк. Артабан сәсергә уңайлы булһын өсөн орлоҡтарҙы яҡшы итеп киптерергә. Ошо процедураны эшләһәгеҙ, орлоҡтарығыҙ өс-дүрт көн эсендә шытым бирер!

Тигеҙ сәсеү. Кишерҙең орлоғо бик ваҡ, бер-береһенә уҡма­шыусан, шуға күрә сәскәндә бураҙнаға күберәк тә төшөп китә. Күптәр насар сыҡҡанға күрә шулай ҡуйы итеп сәсеүҙе ҡулай күрә. Әммә был осраҡта тамыраҙыҡ “сысҡан ҡойроғо ише” генә буласаҡ. Яҡшы уңыш алыр өсөн һирәкләтергә тура килә. Ғәҙәттә, баҡсасылар ки­шерҙе ике тапҡыр һирәкләй. Әммә был эш шытымдарҙың күп өлөшөн юҡ итеүҙе, ҡалған­дарының тамыр системаһын йәрәхәтләүҙе аңлата. Шулай уҡ һирәкләткәндән һуң кишер себене үрсеүе, барлыҡ уңышты юҡ итеүе ихтимал.

Нимә эшләргә һуң? Әллә күп­ме квадрат метр ергә ор­лоҡто пинцет менән сәсеп булмай бит. Бының юлы бар! Бер грамм (сәй ҡалағының яҡынса 1/3 өлөшө) кишер орлоғон (уны алдан үрҙә өйрәтелгәнсә эш­кәртеү зарур) ике сәй ҡалағы ҡоро ҡом менән бутайбыҙ. Яҡ­шы итеп болғағас, ҡатнашмаға тағы ҡом өҫтәп, күләмен тулы бер стакан итәбеҙ.

Ябай ҡом ғына түгел. Ҡом урынына “ПухоВита” тип атал­ған һаҡлағыс фитобактериялар һәм “Гуми” эликсиры менән байытылған йомшартҡыс ҡул­ланырға мөмкин. Еңел, йомшаҡ тупраҡ яратҡан кишергә бындай өҫтәмә дан буласаҡ! Сәсер алдынан бураҙналарға “33 Богатыря” (дүрт аш ҡалағы) һәм “Кормилица Микориза” (ике сәй ҡалағы) биопрепараттары һибе­геҙ (иҫәп – бер метрлыҡ бураҙнаға).

Кишер орлоғо менән буталған бер стакан ҡомдо (йәки “ПухоВита”ны) 5 квадрат метрлыҡ түтәлгә еткерегеҙ. Әгәр барыһын да дөрөҫ эшләһәгеҙ, берҙәм, тигеҙ, бер-береһенән тейешле арауыҡтағы шытымдар килеп сығасаҡ. Һөҙөмтәлә һирәкләтеп, өҫтәп сәсеп ыҙалауҙан ҡото­ласаҡһығыҙ.

Кишер – һаулыҡ өсөн ифрат ҡиммәтле, файҙалы культура, ул иммунитетты яҡшы күтәрә, төрлө вируслы сирҙәрҙән һаҡ­лай.
Был тәмле, витаминлы та­мыр­аҙыҡты Экологик органик йәнле ер эшкәртеү (ОЖЗ) технологияһы буйынса үҫте­рергә тәҡдим итәбеҙ.

Кишер – Рәсәй халҡының яратҡан йәшелсәһе. Тамыр­аҙыҡ­тың аҙыҡ ҡиммәте тәбиғи, файҙалы шәкәргә, йәшлек витамины һаналған бета-каро­тинға (А провитамины), К витаминына, макро- һәм микро­эле­менттарға (айырыуса калий, магний, фосфор, тимер, марганец һәм баҡыр), аҙыҡ-түлек сүстәренә бай булыуы менән билдәләнә.

Кишер хатта артыҡ бай булмаған тупраҡта ла яҡшы уңыш биреүгә һәләтле, һы­уыҡҡа, төрлө ҡоротҡостарға һәм сирҙәргә бирешмәй. Әммә уны үҫтереүҙә лә ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе белеү зыян булмаҫ, киреһенсә, мул уңыш алыуға ярҙам итер.
Кишерҙә кеше өсөн кәрәкле бета-каротин күп, ул өлөшләтә А һәм К витаминдарына әйләнә.

l А витамины – 100 грамм кишерҙә 2 мг. Организм өсөн кәрәкле көндәлек норма – 0,9 мг, йәғни көнөнә 50 грамм кишер ашау ҙа етә. А витамины ки­ҙеүҙән, тын юлдары ауырыу­ҙарынан, аш эшкәртеү, һейҙек системаһы сирҙәренән һаҡлай, тире матурлығы һәм күреү һәләте өсөн файҙалы, яраның тиҙ бөтәшеүенә булышлыҡ итә.

l Бета-каротин – 100 грамм тамыраҙыҡта 12 мг. Норма – 5 мг, тимәк, шулай уҡ көнөнә 50 грамм кишер ашау етә. Был витамин яҡшы антиоксидант һа­нала, күҙәнәктәрҙе емерелеүҙән һаҡ­лай, рак ауырыуҙарын иҫ­кәр­теү һәм дауалау сифатына эйә, йөрәк, ҡан тамырҙары сир­ҙәрен иҫкәртә, ҡандағы “фай­ҙалы холестерин” кимәлен арттыра.

l К витамины (филлохинон) – 100 грамда – 13 мкг, норма – 120 мкг. 100 грамм кишер көндәлек кәрәкле норманың 10 процентын тәшкил итә – был насар түгел. К витамины остеопорозды иҫкәртә, бактерияларға ҡаршы тора, йәрәхәтләнгәндә ҡан ағымын кәметә, ҡандың ойошоусанлығын тәьмин итә.

Кишерҙең составында башҡа төрлө витаминдар ҙа бар, әммә уларҙың миҡдары сағыш­тырмаса аҙыраҡ.

l В2 витамины. Ул етешмәгән осраҡта тиренең торошо, нервылар һәм гормональ система насарая.

l В4 витамины (холин) нервы күҙәнәктәрен һаҡлай, бауыр туҡымаһын тергеҙә, үттә таш барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртә, холестеринды кәметә, ҡан та­мырҙарын холестерин тәьҫи­ренән һаҡлай.

●l В5 витамины. Уның етешмәүе тиренең һәм лайлалы тиресәләрҙең йәрәхәтләнеүенә, йоҡо боҙолоуға, тиҙ арыуға, депрессияға, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарына сәбәпсе булыуы ихтимал.

l В6 витамины мускул­дарҙың, йөрәктең һәм нервы системаһының эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә, бөйөрҙәрҙә таш барлыҡҡа килеүен иҫкәртә. Был витамин етешмәүе анемияға, тиренең торошо насарайыуға, аппетит кәмеүгә килтерә.

l В9 витаминының дефициты йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарына сәбәпсе булыуы бар.

●l С витамины иммунитетты нығыта, елһенеүгә, аллергияға ҡаршы тороуға булышлыҡ итә, башҡа төрлө антиоксидант­тарҙың, мәҫәлән, селендың һәм Е витаминының тәьҫирен көсәйтә.

l Е витаминын йәшлек витамины тип атайҙар. Ул бик яҡшы антиоксидант, күҙәнәк­тәрҙе һаҡлай, йәшәртә, енси биҙҙәрҙең һәм йөрәк мускул­дарының эшмәкәрлеге өсөн мөһим. Е витаминының етеш­мәүе неврология сирҙәренә һәм гемолизға, йәғни эритроцит­тарҙың юҡҡа сығыуына килтерә (эритроциттар барлыҡ орган­дарҙы кислород менән тәьмин итә).

l Н витамины (биотин) майҙарҙы, гликогендарҙы эш­кәртеүҙә ҡатнаша. Уның дефициты тире торошона тәьҫир итә.
l РР витамины шулай уҡ тән тиреһенең торошо, ашҡаҙан-эсәк юлы һәм нервы системаһы өсөн мөһим.

Күреүегеҙсә, витаминдар (латинсанан тәржемә иткәндә, “вита” – “йәшәү”) тормошобоҙҙа бик ҙур роль уйнай.
Ә кишергә әйләнеп ҡайт­ҡанда, унда кеше өсөн кәрәкле микроэлементтар ҙа бихисап.

l Кремний (Si) – 100 грамм кишерҙә 25 мг, ә кеше организмы өсөн көндәлек норма – 30 мг. Кремний иммунитетты, тоташтырыусы туҡымаларҙы (һе­ңер, кимерсәкте), ҡан тамыр­ҙарын нығыта, рак, туберкулез, диабет, ҡалҡан биҙе сирҙәрен иҫкәртә.

l Хром (Cr) – 100 грамм тамыраҙыҡта – 3 мкг, норма – 50 мкг. Глюкоза кимәлен то­тороҡло итә, инсулиндың тәь­ҫирен көсәйтә.

l Цинк (Zn) – 100 грамм кишерҙә – 0,4 мг, норма – 12 мг. Цинк 300 төрлө ферменттың составына инә (йәғни цинк булмаһа,
ошо 300 төрлө фермент та булмаясаҡ, ә улар организм­дағы биологик реакцияларҙы кө­сәйтә). Уның етешмәүе ане­мияға килтерә (хәлһеҙлек, тиҙ арыу, йыш сирләү, иғтибар­һыҙлыҡ), шулай уҡ бауыр циррозы, енси дисфункция хәүефе арта.

Кишер – бик файҙалы ризыҡ, уның калорияһы бик аҙ (100 грамда ни бары 35 ккал), шул уҡ ваҡытта витаминдарға һәм микроэлементтарға бай.

Көнөнә 50-100 грамм кишер ашарға кәрәк. Бының өсөн кеше башына яҡынса 20 килограмм тамыраҙыҡ үҫтереү, шуның 15 килограмын ҡышҡылыҡҡа һаҡларға һалыу шарт.

Әгәр һеҙ беҙ өйрәткән ысул менән кишер сәсһәгеҙ, бер квадрат метр майҙанға 0,2 грамм – 160 дана орлоҡ китәсәк. Шуның яртыһы сыҡҡан хәлдә лә, әлеге майҙанда 80 кишер үҫтереп аласаҡһығыҙ! Беҙҙең техноло­гияға ярашлы, кишерҙең уңы­шы бер квадрат метрға 10 килограмм тәшкил итә! Тимәк, бер кешегә – кәм тигәндә ике квадрат метр, ә биш кешенән торған ғаиләгә 10 квадрат метр ерҙә кишер үҫтерергә мөмкин. Әммә күберәк сәсһәгеҙ ҙә зыян түгел, яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ ме­нән бүлешерһегеҙ!
Авторҙар: Д. СКОТНИКОВ, биология фәндәре кандидаты, В. КУЗНЕЦОВ, техник фәндәр кандидаты, “БашИнком” предприятиеһы директоры.
Читайте нас: