Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 19:01

БАШҠОРТОСТАНДА БИТЛЕК РЕЖИМЫН БОҘҒАН ӨСӨН ШТРАФТАР ИНДЕРЕЛДЕ

12 майҙан республикала үҙизоляция режимы йомшартылды, әммә битлек режимы көсәйтелә.

12 майҙан республикала үҙизоляция режимы йомшартылды, әммә битлек режимы көсәйтелә. Ирекле йөрөргә рөхсәт ителде, ләкин йәмәғәт урындарына - магазиндарға, банктарға, күп функциялы үҙәктәргә барғанда битлек һәм бирсәткә кейеү мотлаҡ.
-“Бөгөндән битлек режимын үтәү буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтарҙы башлайбыҙ. Кисәге көндә тейешле Закон ҡабул ителде. Хәҙер урамға, йәмәғәт урындарында, транспортта йөрөгәндә битлек кейеп сығыу мотлаҡ!
Режимды боҙған өсөн ҙур күләмле штрафтар буласаҡ:
граждандар өсөн - 1-3 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта - 3-5 мең һум;

вазифалы кешеләр өсөн - 5-15 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта - 15-30 мең һум;

юридик берәмектәр өсөн - 50-100 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта - 100-200 мең һум;
Граждандарға ҡарата иҫкәртеү генә яһауҙары ла мөмкин.
Ҡабул ителгән сараларға яуаплы ҡарарға кәрәк. Һәр кем әле хәүеф бөтмәгән икәнлеген аңларға тейеш. Әгәр ҙә быға ҡул һелтәп ҡараһаҡ, башҡа илдәрҙәге кеүек килеп сығасаҡ. Унда халыҡтың яртыһы ауырый, үлем осраҡтары ла күп.
Маска кеймәй “Миңә барыбер”! тип йөрөһәк, яҡын кешеләребеҙҙе юғалтыу мөмкинлеге бар. Ер йөҙөндәге бай илдәрҙә лә дауалау саралары етмәгәнлеген белеп тораһығыҙ. Вирустың таралыу тиҙлеге бик юғары! Ауырыусылар һаны артһа, табиптар өлгөрмәйәсәк, эшкә яраҡлы йәштәрҙең генә ғүмерен тәү сиратта ҡотҡарырға тотонасаҡтар”, - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Ғ.Манапов “Бәйләнештә” селтәрендәге үҙенең шәхси сәхифәһендә.
Режимдың үтәлеше ҺӘР КЕМ ӨСӨН МОТЛАҠ!!! Үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың һаулығына битараф булмайыҡ, тирә-йүндәгеләргә ихтирамлы булайыҡ.
Читайте нас: