Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 11:24

БӨЙӨК ЕҢЕҮ КӨНӨ МЕНӘН, ВЕТЕРАНДАР!

Еңеү байрамына арналған саралар планына ярашлы байрам автопробег менән башланды. Район үҙәге урамдары буйлап Еңеү көнөнә арналған көйҙәр уйнатып, еңеү байраҡтары күтәреп техника менән үтеү ойошторолдо.

Илебеҙҙә эпидемиологик хәлдең киҫкен тороуы сәбәпле Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған байрам саралары Иҫке Собханғол ауылында райондың вазифалы кешеләре һәм ирекмәндәр тарафынан тамашасыларһыҙ үткәрелде. Был көндө халыҡҡа байрамға барыуҙан тыйылып торорға һәм үҙҡурсалау режимын теүәл үтәргә тәҡдим ителде.
Еңеү көнө моңһоу ҙа, ҡыуаныслы ла, миллионлаған ғүмерҙәр аша яулап алынған байрам булараҡ ил күләмендә ҙурлап уҙғарыла. 1945 йылдың Еңеү яҙы һәр беребеҙ өсөн үтә ҡәҙерле.

Еңеү байрамына арналған саралар планына ярашлы байрам автопробег менән башланды. Район үҙәге урамдары буйлап Еңеү көнөнә арналған көйҙәр уйнатып, еңеү байраҡтары күтәреп техника менән үтеү ойошторолдо.

Артабан беҙҙең бәхетле киләсәк өсөн йәнен аямаған ҡаһарман яугирҙәребеҙ иҫтәлегенә Иҫке Собханғол мәктәбе интернаты алдындағы мемориаль комплекста митинг үтте.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 2227 яҡташыбыҙ ҡулына ҡорал алып, ил һағына баҫҡан. Уларҙың 1273 генә иҫән тыуған ерҙәренә ҡайтыу бәхетенә ирешә. Бөгөн беҙ Бөйөк Ватан һуғышында азатлыҡ өсөн һуғышҡан еңеүсе ветерандарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Был көндә Еңеү өсөн тылда көрәшкәндәрҙең батырлыҡтарын да рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙ.
Беҙҙең тыныс һәм матур тормош өсөн үҙ йәндәрен фиҙа ҡылып яу ҡырынан күптәр кире ҡайта алманы. Ҡаһарман яу ҡорбандары, яугирҙар хөрмәтенә, Тыуған ил өсөн бөтә көсөн һалып, яҡты киләсәк өсөн билдәләп бөтмәҫлек хеҙмәт күрһәткән һәм әлеге ваҡытта яҡты донъяла булмаған тыл ветерандары һәм һуғыш йылы балалары иҫтәлегенә сәскәләр һалынды.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылау иһә бары тик 2 һуғыш ветераны: сержант Абдулла Ваһапов менән рядовой Гөлгизәр Изгинаға ғына насип булған.
Һуғышта ятып ҡалғандар , һуғыштан иҫән-һау ҡайтып та, әлеге ваҡытта беҙҙең арала булмаған атай-олатайҙарыбыҙҙы, бабайҙарыбыҙҙы иҫкә алып, мәңгелек ут янында бер минут тынлыҡ ойошторолдо, ветерандар һәм Бөйөк Еңеү хөрмәтенә салют атылды. Артабан сараны ойоштороусылар Ветерандар аллеяһына юл алды.
Һуңынан район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Абдулла Ваһапов менән Гөлгизәр Изгинаға йорттары алдында ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы.

Оло хөрмәт һеҙгә, яугирҙар! Бөйөк Еңеү көнө менән!
#БөйөкЕңеүгә75йыл
Читайте нас: