Унда “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проектын ғәмәлгә ашырыу барышы айырым тикшерелде. Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу ваҡытын күсергәйнеләр. Төбәктәрҙә был ғәмәлдәр төҙөлгән графиктарға ярашлы башҡарылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта бөтә санитария-эпидемиологик талаптарҙың теүәл үтәлеүе шарт.
– Иғтибар итегеҙ, килешеүҙәр төҙөү һәм төҙөлөш-монтаж эштәрен башлау ваҡыты – быйыл 1 апрелдә, эш тулыһынса октябрь аҙағында тамамланырға тейеш, – тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
Тағы ла бер мәсьәлә “Башҡортостан ихаталары” республика программаһына ҡағылды. 1 майға төҙөлөш-монтаж эштәрен башлау планлаштырыла. Быйыл республикала йәмғеһе 390 ихатаны төҙөкләндерергә ниәтләйҙәр. Республика ҡаҙнаһынан программаны тормошҡа ашырыуға 1,8 миллиард һум аҡса бүленә.
Автор: Лилия Давлетбакова