Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 13:40

РЕСПУБЛИКА ДАУАХАНАЛАРЫНА ИВЛ АППАРАТТАРЫ ҠАЙТАРТЫЛА

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин брифингта яҡын арала яңы ИВЛ аппараттары һатып алыу планлаштырылыуын һөйләне. Аппараттар республика бюджеты иҫәбенә алынасаҡ һәм республика госпиталдәренә таратыласаҡ.

Республика бюджеты аҡсаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына туранан-тура бәйле түгел. Шулай ҙа был аппараттар милли проекттың күрһәткестәренә ирешергә ярҙам итәсәк.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә төбәккә балалар өсөн биш ИВЛ аппараты ҡайтартылған.
“Шулай итеп беҙ covid-19-ҙың ауыр формалары булған пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡбыҙ. Әлеге хәл килеп тыумаһа ла, республикала ИВЛ аппараттары иҫкергән, яңыларын һатып алырға тура килер ине. Ә хәҙер резерв буласаҡ”, - ти Радий Хәбиров.
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ сығанағы: https://mgazeta.com/
Фото социаль селтәрҙәрҙән.
Читайте нас: