Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 11:35

“ТӨҘӨЛӨШ ҺӘМ ТРАНСПОРТ СӘҒӘТЕ”НДӘ КӨНҮҘӘК МӘСЬӘЛӘЛӘР ҠАРАЛДЫ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте” тәртибендә сираттағы кәңәшмә үткәрҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте” тәртибендә сираттағы кәңәшмә үткәрҙе.
Онлайн режимында уҙғарылған сарала ҡатнашыусылар иҡтисадҡа булышлыҡ итеүгә бюджет аҡсаһын ҡайтанан бүлеү һөҙөмтәһендә социаль объекттар төҙөү планын актуалләштереү зарурлығын, шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу сараларын тикшерҙе.

Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуғын яҡлау фонды генераль директоры Дамир Миңлебаев проблемалы 128 йорттотөҙөп бөтөрөү графигының үтәлеше тураһында һөйләне.

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының Эксперт идаралығына тәҡдим ителгән юл картаһын ентекле өйрәнергә ҡушты.

Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов иҡтисадҡа булышлыҡ итеү буйынса өҫтәмә сара күрелеүгә бәйле, Адреслы республика программаһына төҙәтмәләр индереү тураһында хәбәр итте. Төҙөлөш-монтаж эштәре күҙалланған бер генә объект та программанан сығарылмай, ә финанслау күләме генә үҙгәрә.

ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов республика юлдарындағы ваҡиғаларғатуҡталып үтте. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда юл фажиғәләренең кәмеүе күҙәтелә.

Республикала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә байтаҡ эштәр башҡарыла. Юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән юлдарҙа махсус комиссия эшләп, аварияларҙы ҡабаттан булдырмауға йүнәлтелгән саралар исемлеген төҙөй. Шулай уҡ кәңәшмәлә юлдарҙа видеокамералар һанын арттырыу, термопластика ҡулланып, билдәләр яһап сығыу кәрәклеге тураһында әйтелде. Ошоға бәйле, йыл аҙағына тиклем республика юлдарында 15 мең яңы юл билдәләре урынлаштырыласаҡ.


Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Читайте нас: