“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, республикала быйыл 303,09 саҡрым араны рәткә килтереү планлаштырыла. Эштәр төп 107 объектта башҡарылыр тип күҙаллана.
Асфальт һәм бетон юлдарҙан тыш, милли проект һөҙөмтәһендә республикала 248 юл билдәһе, 1200 метр майҙанда йәйәүлеләр өсөн ҡоймалар, 23 светофор объекты ҡуйыласаҡ. 12,33 саҡрым араға капиталь ремонт яһау, 2,96 километрҙа үҙгәртеп ҡороу эштәре башҡарыу, дөйөм оҙонлоғо 1,839 саҡрымлыҡ яңы юлдар эшләү ҡаралған. Тағы өс автоматик үлсәү контроле пункты ҡуйыласаҡ. Өҫтәүенә фото-видеотеркәү камералары артасаҡ.