Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 15:50

РЕСПУБЛИКАЛА ПЕНСИОНЕРҘАР ҺӘМ БАЛАЛАР ӨСӨН «КОМЕНДАНТ СӘҒӘТЕ» ИНДЕРЕЛӘ

Башҡортостанда 65 йәштән өлкән кешеләр һәм балалар өсөн «комендант сәғәте» индерелә, тип хәбәр итте республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Башҡортостанда 65 йәштән өлкән кешеләр һәм балалар өсөн «комендант сәғәте» индерелә, тип хәбәр итте республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Радий Хәбиров ололарҙы өйҙә ултырырға һәм тағы ике аҙна түҙергә саҡырҙы. Боҙған өсөн штраф ҡаралған, уны элеккегә ҡарағанда әүҙемерәк яҙырға вәғәҙә бирҙеләр.
«Беҙ 65 йәштән өлкәндәрҙең, уларҙың ниндәй хәл-шарттары булыуына ҡарамаҫтан, тышта йөрөү ваҡытын сикләйбеҙ. Урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 6-нан иртәнге 10-ға тиклем 65 йәштән өлкәндәрҙең йәмәғәт урындарына бармауын талап итәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш, балалар өсөн комендант сәғәте индерелде – уларға киске сәғәт 6-нан көндөҙгө 1-гә ҡәҙәр йәмәғәт урындарына барыу тыйыла. Мәҫәлән, балаларҙың ата-әсәһенең йомошо буйынса магазинға барып килеү өсөн биш сәғәте бар. Режимды боҙған өсөн штрафты ата-әсәләр түләй.
«Балаларға ҡарата ла үҙизоляция тәртибенең йомшарыуын теркәйбеҙ. Балалар өйҙә ултырырға тейеш. Бынан тыш, уларҙың дәрестәре бара. Шуға күрә беҙ балалар ҙа урындағы ваҡыт буйынса сәғәт 6-нан көндөҙгө 1-гә ҡәҙәр йәмәғәт урындарында йөрөмәҫкә тейеш тигән ҡарар ҡабул иттек», — тип белдерҙе Башҡортостан башлығы һәм биләмәләрҙе тикшереүҙе көсәйтергә ҡушты.
Читайте нас: