Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 00:00

БАЛАЛАРҒА УҠЫРҒА МӨМКИНЛЕК БИРӘЙЕК!

"Республиканың бөтә уҡыусылары парталар урынына өйҙәге компьютерҙар артына ултыра", - тине Башҡортостандың цифралы үҫеше министры Геннадий Разумикин. - Дистанцион уҡыу барышында уҡыусыларҙың яҡшы уҡыуҙары үҙебеҙҙән тора. Өйҙә ултырған кешеләр интернет менән бик әүҙем ҡулланалар. Бәйләнеш каналдарында көсөргәнеш буласаҡ".

Ошоға бәйле ул 10:00 сәғәттән 14:30 сәғәткә тиклем бәйләнеш каналдарын тотҡарламау маҡсатынан, балаларҙың дәрестәре барған ваҡытта, мәғариф өлкәһенә ҡағылышы булмаған ололарҙың фильмдар ҡарамауҙарын, музыка тыңламауҙарын, интернет аша китап уҡымауҙарын, видеошылтыратыуҙар менән ҡулланмауҙарын һорап мөрәжәғәт итте.

-Бәйләнеш каналдары был көсөргәнеште күтәрә алмаҫ, тигән хәүеф кимәле әҙ, әммә шулай ҙа страховка кәрәк. Әйҙәгеҙ, балаларға уҡырға мөмкинлек бирәйек, - тине ул көндәлек брифингта.
Читайте нас: