Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 20:00

БӨРЙӘН РАЙОНЫ МӘКТӘПТӘРЕНДӘ ДИСТАНЦИОН БЕЛЕМ АЛЫУ НИСЕК ОЙОШТОРОЛАСАҠ?

Тәүге дәрестәр 6 апрелдә башланасаҡ. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәптәрҙә дежур төркөмдәр ойоштороу мөмкинлеге лә ҡаралған.Дистанцион уҡыу режимында уҡытыусы өйҙән дәрестәр бирәсәк.

Бөгөн район хакимиәтендә дистанцион белем алыу буйынса онлайн-брифинг үтте. Унда район хакимиәте башлығы Ғ.М.Манапов, район үҙәк дауаханаһының баш табибы И.Ф.Фәтҡуллин, район мәғариф бүлеге етәксеһе И.А.Хисмәтуллин, район мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ә.Ф.Вәлиева ҡатнашты.
Тәүге дәрестәр 6 апрелдә башланасаҡ. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәптәрҙә дежур төркөмдәр ойоштороу мөмкинлеге лә ҡаралған.
Дистанцион уҡыу режимында уҡытыусы өйҙән дәрестәр бирәсәк. Онлайн-дәрестәр үткәреү өсөн веб-камера һәм микрофон кәрәк була. Дистанциялы уҡытыу ярҙамында электрон кейс та ҡулланыласаҡ. Был яй тиҙлек менән эшләгән интернетлы уҡыусыларға ҡағыла. Улар дәресте төркөм чатында асылған электрон почта (смс-хәбәр) аша аласаҡ. Шулай уҡ өйҙә интернетҡа тоташыу мөмкинлеге булмаған осраҡта дәрестәр ҡағыҙ кейс ярҙамында уҙғарыласаҡ. Йәғни дежур уҡытыусы эштәрҙе таратып сығасаҡ. Билдәләнгән көндәрҙә йыйып аласаҡ. Дәрестәр иртәнге сәғәт 10-да башлана, тәнәфестәр буласаҡ. Әгәр ҙә ғаиләлә бер нисә уҡыусы бала булһа, алымдарҙың төрлөһөн ҡулланыу мөмкин.

Йәнә дистанцион уҡыу барышында бушлай ашау мөмкинлеге булған уҡыусыларға аҙыҡ-түлек йыйылмаһын биреүҙе ойоштороу хаҡында аңлатып кителде. Бының өсөн ата-әсәләр ғариза яҙып, уны фотоға төшөрөп, класс етәкселәренә ебәрергә тейеш. Брифинг барышында онлайн ебәрелгән һорауҙарға яуаптар бирелде, дистанцион уҡытыу барышына ҡағылышлы тәҡдимдәр яңғыраны.

Бөтөн ил менән беренсе тапҡыр шундай һынау алдына килеп баҫтыҡ. Уҡытыусыларҙың иңдәренә ҙур яуаплылыҡ һәм көс һалына, уларға эштәренең яҡшы һөҙөмтәләрен генә күреүҙәрен, ата-әсәләргә сабырлыҡ, балаларына дәрестәрен үҙләштереүҙә ярҙам итеүҙәрен, уҡыусыларға тырышып уҡыуҙарын теләйбеҙ.
Читайте нас: