Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 12:10

БАШҠОРТОСТАНДА АҒИҘЕЛ ҺӘМ ӨФӨ ЙЫЛҒАЛАРЫНДА ҺЫУ КҮТӘРЕЛӘ БАШЛАНЫ

Башҡортостанда ташҡын башлана: ҙур йылғаларҙа һыу кимәленең бер аҙ күтәрелеүе теркәлгән.

Башҡортостанда ташҡын башлана: ҙур йылғаларҙа һыу кимәленең бер аҙ күтәрелеүе теркәлгән.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, Ағиҙел йылғаһы Стәрлетамаҡ янында – 1 сантиметрға, Өфө эргәһендә 3 сантиметрға күтәрелгән.
Өфө йылғаһы Шакша биҫтәһе янында 16 сантметрға «артҡан». Бочкаревка ауылы эргәһендә Дим йылғаһы гидропосында һыу әлегә күтәрелмәгән.
Аҙна аҙағына көндәрҙең +7 градусҡаса йылытыуы көтөлә, ташҡындың әүҙемләшеүе мөмкин.
Читайте нас: