Проектты тормошҡа ашырыуға 4,8 миллиард һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса эшләнгән "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә 100-ҙән артыҡ кеше йәшәгән һәм балалар баҡсаһы, мәктәптәр һәм ФАП-тар булған ауылдарҙа үҙәк урамдарға асфальт түшәү ҡаралған.