Үткән аҙнала Башҡортостанда Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Мәғлүмәт технологиялары һәм һанлы үҫеш департаменты делегацияһы булып китте.
Делегация “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендәберҙәм һанлы контур булдырыу” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу һәм методик ярҙам күрһәтеү маҡсатында килде, ти хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Делегация республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дәүләт мәғлүмәт системаһы мөмкинлектәре, шул иҫәптән Республика ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү станцияһы, кардиология үҙәге, онкология диспансеры, 5-се ҡала клиник дауаханаһы һәм Шишмә үҙәк район дауаханаһы бүлексәләре нигеҙендә пациенттарҙың электрон медицина карталарын индереү барышы менән танышты.
Эшлекле осрашыу сиктәрендә белгестәр менән медицина ойошмалары араһында электрон документ әйләнеше үҫеше перспективалары, ашығыс ярҙам күрһәтеүҙә берҙәм диспетчер системаһы булдырыу, льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү һ.б. тураһында фекер алышыу булды.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығыныңБерҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы үҫеше проекты етәксеһе Ирина Радюк республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә мәғлүмәт технологияларын индереү юғары кимәлдә булыуын билдәләп үтте. “Был проектты тормошҡа ашырыуҙың маҡсаты, тәү сиратта, граждандарға уңайлы электрон сервис булдырыу”, - тип билдәләне делегация етәксеһе.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.