Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2020, 12:46

БАШҠОРТОСТАНДА 41 КЕШЕ СТАЦИОНАРҒА УРЫНЛАШТЫРЫЛДЫ

Башҡортостанда 2020 йылдың 17 мартында иртәнге сәғәт 8-гә 41 кеше, короновирус йоҡтороуҙа шикләнеп, стационарға урынлаштырылды, уларҙың алтауһы – балалар. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөн иртәнге брифингта ошо турала белдерҙе.

Бөтәһенең дә хәле тотороҡло, дауалау Рәсәй һәм сит ил белгестәренең тәҡдимдәренә ярашлы алып барыла. Тикшереүҙәр үткәрелә, күҙәтеү һәм дауалау бокс бүлексәләрендә ғәмәлгә ашырыла.
Уҙған тәүлектә ҡыҙыу бәйләнешкә республикала йәшәүселәрҙән 304 шылтыратыу килде. Иң йыш бирелгән һорауҙар – сит илдән ҡайтҡас нимә эшләргә, ҡайҙа анализ тапшырырға мөмкин, ваҡлап һатыу селтәрҙәрендә һәм аптекаларҙа шәхси һаҡланыу саралары — битлектәрҙең булмауына ялыуҙар.
Республика башлығы ҡушыуы буйынса, көн һайын иртәнге һәм киске брифингтар ойошторола. Киләһе брифинг – киске сәғәт 8-ҙә.
Фото: ufatoday.ru
Читайте нас: