Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2020, 13:55

ЯҢЫ СОБХАНҒОЛ АУЫЛЫ УРАМДАРЫНА ҺУҒЫШ ВЕТЕРАНДАРЫНЫҢ ИСЕМЕ БИРЕЛЕРМЕ?

Яңы Собханғолда бер урамға ла үҙебеҙҙең һуғыш ветерандарының исеме бирелмәгән. Ә бит беҙҙең дә һуғышта илебеҙҙе дошман ҡулынан азат итеүгә ҙур өлөш индергән лайыҡлы ир-егеттәребеҙ булған.

Яңы Собханғолда бер урамға ла үҙебеҙҙең һуғыш ветерандарының исеме ҡушылмаған. Ә бит беҙҙең дә һуғышта илебеҙҙе дошман ҡулынан азат итеүгә ҙур өлөш индергән лайыҡлы ир-егеттәребеҙ булған. Мәҫәлән, Ғәлимйән Хоҙайбирҙин, Әбделғәни Ҡулбирҙин, Мырҙағәле Айытбаев һ.б.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ошо юҫыҡта изге эш эшләнһә бик һәйбәт булыр ине.
Шулай уҡ обелискты ла яңыртыу кәрәк. Сөнки һуғыштан имен әйләнеп ҡайтып, ауылда йәшәп вафат булғандар ундағы исемлеккә индерелмәгән.
Яңы Собханғол ауылы урамдарына һуғыш ветерандарының исеме бирелерме? Обелиск быйылғы йылда яңыртылырмы, ниндәй үҙгәрештәр булыр? Ошо һорауҙарға яуапты гәзитебеҙҙең киләһе номерында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: