17 мартта 13:00 сәғәттән 15:00 сәғәткә тиклем Бөрйән район бүлегендә етәксе урынбаҫары – БР баш суд приставы урынбаҫары Рәмил Рәшит улы Садыҡов күсмә ҡабул итеү ойоштора.
Иҫке Собханғол һәм башҡа ауыл халҡы суд приставтарының Федераль хеҙмәтенә ҡараған һорауҙарын бирә ала.
Ҡабул итеү суд приставтарының район бүлегендә Иҫке Собханғол ауылы, Урал урамы, 3-сө йорт адресы буйынса үтә. Алдан яҙылыу 3-63-55 телефоны аша башҡарыла.
Ҡабул итеүгә килгәндә үҙегеҙҙе һәм (йәки) вәкиллек хоҡуғын раҫлаусы документтарығыҙҙы онотмағыҙ.