Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта табиптарға яңы аппаратта эшләү буйынса күнекмәләр үткәрелә. “Аксион” дефибрилляторы үҙаллы автоматик тикшереү, приборҙың эш барышын һәм операторҙың эшмәкәрлеген тауыш ярҙамында әйтеп барыу мөмкинлегенә эйә. Белгестәр уның бихисап ыңғай яҡтарын, заманса мөмкинлектәрен билдәләй.