Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 12:02

БАШҠОРТОСТАНДА ИҪКӘ АЛЫУ ҺӘМ ХӨРМӘТЛӘҮ КӨНӨ ТУРАҺЫНДА ҠАРАРҒА ҠУЛ ҠУЙЫЛДЫ

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2 майҙы Башҡортостан Республикаһында Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2 майҙы Башҡортостан Республикаһында Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Йыл һайын 2 май көнө Башҡортостан Республикаһының муниципаль берекмәләре хакимиәттәре Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың тол ҡатындарының, һуғыш йылдарындағы тыл хеҙмәтсәндәренең, Ҡораллы көстәр ветерандарының, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ерләнгән урындарын, ырыу (ғаилә) ҡәберлектәрен төҙөкләндереү буйынса саралар ойошторасаҡ.
Рухи мираҫты, милли традицияларҙы, ғаилә ҡиммәттәрен һәм быуындар бәйләнешен һаҡлауға булышлыҡ итеү маҡсатында сыҡҡан указда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә 2020 йылдың 30 мартына тиклем Башҡортостан Республикаһында Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнөнә бәйле сараларҙың планын раҫлауҙы тәьмин итергә, финанслау сығанаҡтарын билдәләргә тәҡдим ителә.
фото: "Башинформ"дан
Читайте нас: