Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡалала һәм Өфө районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашты. Уларға Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары тапшырҙы.
Республика Башлығы Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуын, уларҙың 300 меңдән күберәге яу яланында ятып ҡалыуын хәтергә төшөрҙө. 278 яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Республика биләмәһендә данлы Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. Радий Хәбиров ветерандарға атлыларыбыҙ дошманға ҡаршы һуғышҡан, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған Луганск Халыҡ Республикаһына сәфәре хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ Өфөнөң Совет майҙанын төҙөкләндереү пландары менән уртаҡлашты. Унда сквер булдырыла һәм генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.
- Тәү сиратта беҙ һеҙгә һуғышта еңеүегеҙ, бөгөнгө тыныс тормош өсөн рәхмәт әйткебеҙ килә. Осрашыу алдынан мин һеҙҙең биографияларығыҙҙы өйрәндем, күптәрегеҙ ун һигеҙ йәшен дә тултырмайынса фронтҡа алынған, — тине Радий Хәбиров. – Һеҙгә барыһы өсөн дә рәхмәт. 9 майҙа Еңеү парадында һеҙҙең барығыҙҙы ла күрергә теләйбеҙ.
Башҡортостан Башлығы, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәрендә көс табып, мәктәптәрҙә ҡаһарманлыҡ дәрестәре үткәргән ветерандарға рәхмәт белдерҙе, уларға һаулыҡ теләне.