+16 °С
Ясна
Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорт халҡы күпләп йәшәгән урында тарихи-мәҙәни үҙәктәр төҙөләсәк. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығына 2020 йылдың 1 февраленән башлап, йыл һайын тарихи-мәҙәни үҙәктәр эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә 15,4 миллион һум аҡса бүлеп биреү йөкмәтелде.
Былар барыһы ла “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: kulturarb.ru