Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 18:00

СНЮСТАР ҺАТЫУ БУЙЫНСА САЙТТАР ЯБЫЛЫРҒА ТЕЙЕШ

Бөрйән районы прокуратураһы тарафынан Интернет селтәренә мониторинг яһау барышында имә торған тәмәке – снюс һатылыуы тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған сайттар асыҡланды.

Бөрйән районы прокуратураһы тарафынан Интернет селтәренә мониторинг яһау барышында имә торған тәмәке – снюс һатылыуы тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған сайттар асыҡланды.
“Тирә-яҡтағы тәмәке төтөнөнән һәм тәмәке ҡулланыу эҙемтәләре тәьҫиренән граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау тураһында” Федераль закон менән снюсты күмәртәләй һәм ваҡлап һатыу тыйыла.
Әлеге ваҡытта ҡануниәт сығарыусылар тарафынан тәмәкенең имә торған төрө наркотик матдәләр исемлегенә индерелмәһә лә, уны ҡулланыу эҙемтәләре, белгестәр фекеренсә, наркотик матдәләр ҡулланыу эҙемтәләре менән оҡшаш: ныҡ өйрәнеп китеү һәм артабан уға бәйлелек, төрлө эске органдар һәм ауыҙ ҡыуышлығы сирҙәре, кәйефтең тиҙ үҙгәреүсәнлеге, йоҡоһоҙлоҡтан интегеү һ.б.
Сайттарҙа урынлаштырылған мәғлүмәттәр бәғзе бер кешеләрҙә, шул иҫәптән бәлиғ булмағандарҙа, тәмәкенең был төрөн ҡулланыу бик яҡшы тигән образ тыуҙыра.
Ошоға бәйле, район прокуратураһы бындай сайттарҙы блокировкалау тураһында судҡа 10 административ юллау ғаризаһы ебәрҙе.
Читайте нас: