Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 17:10

ХЕҘМӘТ ШАРТТАРЫНА МАХСУС БАҺА

Етештереү мөхитендәге һәм хеҙмәт процесындағы зарарлы һәм ҡурҡыныс факторҙарҙы асыҡлау һәм уларҙың хеҙмәткәргә йоғонто яһау кимәлен билдәләү маҡсатында, хеҙмәт тураһындағы ҡануниәт эш биреүсенән хеҙмәт шарттарына махсус баһа ҡуйыуҙы талап итә.

Хеҙмәт шарттарына махсус баһа биреү эш биреүсе һәм ул граждандар-хоҡуҡи нигеҙҙә йәлеп иткән махсуслашҡан ойошма тарафынан үткәрелә.
Үҙҙәренең зыянлылығы һәм хәүефлелеге дәрәжәһе буйынса хеҙмәт шарттары 4 класҡа бүленгән: оптималь, мөмкин булған, зыянлы һәм хәүефле. Зыянлылар үҙҙәре тағы 4 класҡа бүленә.
Эш урынында хеҙмәт шарттарын махсус баһалау 5 йылдан да кәм булмаған срокта үткәрелергә тейеш. Әлеге срок хеҙмәт шарттарына махсус баһа үткәрелеү отчеты раҫланған көндән сығып һанала.
Эш урынында хеҙмәт шарттарын махсус баһалау үткәреүҙең билдәләнгән тәртибен боҙоу һәм уны үткәрмәү административ хоҡуҡ боҙоуға инә ( ст.5.27.1 , 2-се бүлек, КоАП РФ).
Әлеге статья менән вазифалы кешеләргә иҫкәртеү биреү йәки 5 мең һумдан 10 мең һумғаса, юридик шәхес булып ойошмай эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүселәргә – 5 мең һумдан 10 меңгәсә, юридик шәхестәргә 60 мең һумдан 80 меңгәсә административ штраф һалыу ҡаралған.
Читайте нас: