Әгәр һеҙҙең балағыҙҙан тәмәке еҫе сыҡмаһы, ул никотин менән булышмай, тигәнде аңлатмай әле.
Бәлиғ булмағандар араһында тартмай торған тәмәке изделиелары киң популярлыҡ ала бара. Шул рәүешле үҫмерҙәр һәр ерҙә, хатта белем биреү учреждениелары биләмәләрендә лә “тарталар”.
Снюс – тартмай торған тәмәке төрө, имеү юлы менән ҡабул итеүгә тәғәйенләнгән. Ул өлөшләтә йәки тулыһынса таҙартылған тәмәке саңынан һәм (йәки) тәмәке булмаған сеймал һәм башҡа ингредиенттар ҡушылып йәки ҡушылмай ҡырҡылған тәмәкенең ваҡ фракцияларынан әҙерләнә.
Был сигареттың үҙенсәлекле аналогы: ваҡланған тәмәке ҡушылған имеүгә тәғәйенләнгән ҙур булмаған пакеттар.
Бынан бер нисә йыл элек насвай наркотигы ла шулайыраҡ була торғайны. 2015 йылда уны ирекле һатыуҙы тыйҙылар.
“Снюс хәүефһеҙ” тигән һүҙҙәр – ҙур яңылышлыҡ! Төтөнһөҙ тәмәке ҡулланыу һөҙөмтәһендә ауыҙ ҡыуышлығы яман шеше, ашҡаҙан аҫты биҙе яман шеше, ҡыҙыл үңәс яман шеше, үпкә яман шеше кеүек ауырыуҙар барлыҡҡа килеүе күптән иҫбатланған.
Бер һағыҙ итеп сәйнәү пластинкаһы – 3 ҡап тәмәке тигән һүҙ!
Бындай ҡатнашмаларҙы ҡулланыу эҙемтәләре иҫәбендә – ашҡаҙан-эсәк тракты сирҙәре, ауыҙ ҡыуышлығы, ҡыҙыл үңәс, ашҡаҙан аҫты биҙе яман шештәре.
Үҫмерҙәрҙә кәүҙәнең үҫеү кимәле яйыраҡ була башлай йәки бөтөнләй туҡтай, агрессиялары көсәйә, тиҙ ҡыҙып барыусанға әйләнәләр, иғтибарлылыҡ боҙола һ.б.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн “снюс” йәштәрҙең ҡайһы бер төркөмдәре өсөн үҙенә күрә бер мода рәүешенә әйләнеп китеүе хәүефле.
Ләкин был “моданың” хаҡы яй һәм бик яфалы үлем икәнен оноторға ярамай!