Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2020, 15:25

МИРАС, МӨХӘММӘТ ҺӘМ ГӨЛЛИ – БАШҠОРТОСТАНДА БЫЙЫЛ ТӘҮГЕ ӨС ИГЕҘӘК ДОНЪЯҒА КИЛДЕ

Ҡыҙ һәм ике малай Өфөлә тыуған. Улар – республикала 2020 йылда донъяға килгән тәүге өс игеҙ бала.

Ҡыҙ һәм ике малай Өфөлә тыуған. Улар – республикала 2020 йылда донъяға килгән тәүге өс игеҙ бала.
13 февралдә күп балалы ата-әсә Гөлгөнә менән Азат Сыңғыҙовтар баш ҡаланың Киров районы ЗАГС бүлегендә яңы тыуған сабыйҙарын теркәне, тип хәбәр иттеләр республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан.
Улдарына Мирас, Мөхәммәт, ҡыҙҙарына Гөлли тип исем ҡушҡандар. Ғаиләлә биш йәшлек Самир үҫеп килә.
ЗАГС бүлеге етәксеһе Наилә Сәйетғалина бәхетле атайҙы ҡотлап, сабыйҙарҙың тәүге документтарын тапшырҙы.
Былтыр Башҡортостанда һигеҙ өс игеҙ бала донъяға килде.
Читайте нас: