Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 18:00

DIGITAL ҠОРОЛТАЙ – БАШҠОРТОСТАНДАҒЫ ТУРИЗМҒА ТӘҘРӘ УЙЫУ

Әбйәлил районы интернетта телгә алыу буйынса беренсе урында бара. Яңыраҡ Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән 150 блогер һәм идарасы “Яктыкүл” шифаханаһы базаһында уҙған IV Digital Ҡоролтай һанлы форумында ҡатнашты.

Әбйәлил районы интернетта телгә алыу буйынса беренсе урында бара. Яңыраҡ Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән 150 блогер һәм идарасы “Яктыкүл” шифаханаһы базаһында уҙған IV Digital Ҡоролтай һанлы форумында ҡатнашты. Сарала республикала туризмды үҫтереү һәм социаль селтәрҙә эшләү мәсьәләләре ҡаралды.

Калининградтан килгән ҡунаҡтар үҙҙәрендә турист паспортын уйлап тапҡан, уны вокзалда йәки аэропортта бушлай алырға мөмкин. Калининград өлкәһенең мәҙәниәт һәм туризм министры Андрей Ермак: “Был бик уңайлы юл күрһәткес булып тора, кеҫәлә йөрөтөү өсөн дә ҡулай. Ул өлкә һәм уның төп күренекле урындары, туристик маршруттар, экскурсиялар, ресторандар тураһында һөйләй. Паспорттан тыш турист ҡаланың һәм өлкәнең берләштерелгән картаһына эйә була, шунда уҡ отелдәргә, ресторандарға, сувенир магазиндарына ташлама биргән карта ла һалынған”, – тине тәжрибә менән уртаҡлашып.

Сочиҙан килгән ҡунаҡ - “Белем” шифаханаһының генераль директоры Дмитрий Богданов: ”Башҡортостанда дауалау, һауыҡтырыу, әүҙем ял төрҙәре, этно-тур кеүек туризм йүнәлештәре тәҡдим итә алырлыҡ хеҙмәттәр бар. Шуға ла республика маҡсатына өлгәшер тип уйлайым”, – тип белдерҙе.

Сарала ҡатнашҡан спикерҙарҙың социаль селтәрҙәге дуҫтары ике миллион кешенән артып китә, тимәк, Рәсәйҙән шунса кеше Башҡортостанды яңы – һанлы технологиялар аша белде. Digital Ҡоролтай үҙе лә республиканың визит кирточкаһына әйләнде. Был хаҡта Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов: “Беҙҙең спикерҙарҙың яҡшы булыуы һөҙөмтәһендә, бик күп уҡыусылары булған Instagram-блогерҙар, кешеләр беҙҙең турала беләсәк һәм һөйләйәсәк. Уларға былар ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, шуға ла был - туризмды үҫтереүҙең бер ысулы”, – тине.

Сарала философия фәндәре кандидаты Ростислав Мырҙағолов һанлы аң тураһында лекция уҡыны.

“Ниндәй генә осраҡ булмаһын, ул һөҙөмтәгә алып килә. Беренсенән, үҫешкә. Нәҡ беҙҙең республикала ошондай дәртле кешеләрҙең булыуы бик һәйбәт. Был һанлы тарих яҡшы үҫешеүе тураһында һөйләй. Уға ярашлы, ошо үҫешкә ярҙам итергә кәрәк, беҙ нәҡ ошоноң менән шөғөлләнәбеҙ ҙә инде”, – тине Ростислав Мырҙағолов.

Социаль селтәрҙәр йәшен тиҙлеге менән үҫешә, йылдан-йыл камиллаша, яңы фото һәм видео майҙансыҡтар барлыҡҡа килә. Ошо яңылыҡтарҙан тороп ҡалһаҡ, тимәк, яңы клиенттарҙан да ҡолаҡ ҡағасаҡбыҙ.

Форумда башланған эш социаль селтәрҙә дауам итә, спикерҙарҙың һәм ҡатнашыусыларҙың мәҡәләләре меңәрләгән “лайк” йыйҙы. Башҡортостандың мөмкинлеген Калининградтан алып Себергә тиклем баһаланылар. Digital Ҡоролтай үҙ маҡсатына иреште тип ҡыйыу әйтергә була. Форум ил Президенты ҡуйған маҡсаттарҙың береһе – “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектын үҫтереүгә бер ыңғай ынтылыш булды.

Ысынлап та, беҙҙең республика үҙенең географик ҡоролошо, тәбиғәте, шифаханалары, урындағы халыҡтың этник йолалары менән бик үҙенсәлекле, ымһындырғыс төбәк булып тора.

Фото: bash.news

Читайте нас: