Республика шунда уҡ Рәсәй президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе положениеларын ғәмәлгә ашырыу эшенә тотонорға тейеш. Был хаҡта бөгөн хөкүмәт ағзалары һәм муниципалитет башлыҡтары ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, кисә дәүләт башлығының мөрәжәғәтнамәһендә беҙҙең бөйөклөгөбөҙ граждандарыбыҙҙың лайыҡлы йәшәү кимәле менән билдәләнә тип әйтелеүе осраҡлы түгел.
Айырым блок демография мәсьәләләрен хәл итеүгә бағышланды. Радий Хәбиров үҙенең сентябрь указында 2024 йылға республика халҡын 4 миллион 100 меңгә еткереү бурысын ҡуйғанын хәтергә төшөрҙө. Хәҙер республикаға, илдең башҡа төбәктәренә кеүек үк, федераль үҙәктән байтаҡ финанс ярҙамы бүленергә тейеш.
Яңы балалар баҡсаларын төҙөүгә һәм сафҡа индереүгә ҙур иғтибар талап ителә. Өс йәштән ете йәшкәсә балалар өсөн яңы пособиелар хаҡында һөйләгәндә, республика башлығы әле үк ошо түләүҙәр алыу механизмдарын әҙерләргә ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, властарҙың бурысы – граждандар был аҡсаны мөмкин тиклем тиҙерәк алһын, кешеләр кәрәкле белешмәләр артынан тегендә-бында йүгермәһен өсөн күп функциялы үҙәктәр быға әҙер булырға тейеш.
«2021 йылда социаль контракт темаһын индереү — бик мөһим норма. Беҙ ошо йүнәлештә әүҙем эшләйбеҙ. Бурысыбыҙ – ғаиләләр үҙҙәре аҡса эшләй алһын, был уларҙың яуаплылығын күтәреү. Әсәлек капиталы программаһын оҙайтыу, 2020 йылдың 1 ғинуарынан уны беренсе балаға уҡ түләй башлау һәм икенсе балаға уның суммаһын 150 меңгә арттырыу – бик мөһим нормалар», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Президент 2021 йылға бөтә мәктәптәрҙе юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу бурысын ҡуйҙы. Шулай уҡ музыка, сәнғәт мәктәптәрен тәртипкә килтерергә кәрәк. Был маҡсаттарға яҡынса 22 миллиард һум бүленә. Радий Хәбиров федераль аҡса алыу өсөн кәрәкле ғаризаларҙы ваҡытында әҙерләргә ҡушты.
Даими рәүештә уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү мәсьәләләрен хәл итеү өсөн республика етәксеһе вице-премьер Фәнүр Йәғәфәровҡа һәм Мәғариф министрлығына Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтын үҙгәртеп ҡороу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә йөкләмә бирҙе. Институт һаҡлап ҡалынырға, ләкин заман талаптарына тура килергә тейеш.
1 сентябрҙән үк уҡытыусылар класс етәкселеге өсөн яңы өҫтәмә ала башлай. Республикала был сумма төбәк өҫтәмәһе менән бергә 7 700 һум була.
Радий Хәбиров президенттың республика вуздарында бюджет урындарын арттырырға тигән бурысын хәл итеү буйынса етди эшләү кәрәклегенә иғтибарын йүнәлтте. Әлегә Башҡортостан был йәһәттән күрше төбәктәрҙән ҡалыша.
Владимир Путин үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә айырыуса илебеҙҙең һәм унда йәшәүселәрҙең именлегенә йүнәлтелергә тейешле милли элита формалаштырыуға иғтибар бирҙе, тип билдәләне Радий Хәбиров. Хәҙер мөрәжәғәтнамә нормаларын республика халҡына еткереү мөһим әһәмиәткә эйә, тине республика етәксеһе. Бында ҡала һәм район, республика киң мәғлүмәт саралары етәкселәре әүҙем эшләргә бурыслы.