Владимир Путин Михаил Мишустинды Хөкүмәт рәйесе итеп тәғәйенләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
16 ғинуарҙа Дәүләт Думаһы РФ Президенты В. Путинға Хөкүмәт рәйесе итеп М. Мишустинды тәғәйенләүгә ризалыҡ бирҙе. Был ҡарар өсөн 383 депутат тауыш биргән. Ҡаршы тауыштар булмаған, 41 депутат ҡарар ҡабул итмәйерәк торған.
Быға тиклем М. Мишустин Федераль һалым хеҙмәтен етәкләгән.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, ул бер аҙнанан да артыҡ булмаған ваҡыт эсендә президентҡа хөкүмәт структураһы һәм вице-премьерҙар, федераль министрҙар вазифалары буйынса кандидатуралар тәҡдимен индерергә тейеш.