Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 11:10

БӨРЙӘНДӘ -ЗАМАНСА КИНОЗАЛ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Кино фондының 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән биләмәләрҙәге кинозалдарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә ошо көндәрҙә Бөрйәндә заманса кинозал асылды.

Район үҙәге Иҫке Собханғолдоң К. Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе бинаһында урынлашҡан кинозал 48 урынға иҫәпләнгән, заманса һанлы ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
Яңы ғаилә ялы үҙәге асылыу тантанаһында район башлығы Ғәзиз Манапов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айнур Биембетов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Был көндө Булат Йосоповтоң “Беренсе Республика” фильмын ҡарап, тамашасылар яңы залда кино күрһәтеү сифатына баһа биреп тә өлгөрҙө.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты;#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Б. Тимерғәлиев фотоһы.
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас: