Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 13:00

ЙӘЙӘҮЛЕЛӘР ӨСӨН БИШ КӘҢӘШ

Һаҡланғанды һаҡлармын, тиелә динебеҙҙә. Юлда был һүҙҙәрҙе һәр саҡ хәтерҙә тотоу зарур. Һәләкәттәрҙе кәметеү өсөн йәйәүлеләргә биш кәңәш еткерәбеҙ.

Һаҡланғанды һаҡлармын, тиелә динебеҙҙә. Юлда был һүҙҙәрҙе һәр саҡ хәтерҙә тотоу зарур. Һәләкәттәрҙе кәметеү өсөн йәйәүлеләргә биш кәңәш еткерәбеҙ.

1. Йәйәүлеләр тротуарҙан һәм йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юлдан ғына барырға тейеш. Тротуар булмаһа, юлдың машина хәрәкәтенә ҡаршы яҡ ситенән атларға рөхсәт ителә.

2. Машиналар йөрөй торған юл ситенән тәүлектең ҡараңғы ваҡытында йәйәү барғандарҙа яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар булыуы мөһим. Был ысул һәләкәт ҡурҡынысын 65 процентҡа кәметә.

3. Юл аша сыҡҡанда светофорҙың йәшел уты янһа ла, тағы бер ҡат тирә-яғығыҙға ҡарап алығыҙ, һаҡлыҡ тураһында онотмағыҙ.

4. Юлда барғанда телефонға текәлеү, смс-хәбәрҙәр яҙып барыу ҡурҡыныс тыуҙыра. Водителдең, бигерәк тә ҡышҡы юлда, тиҙ генә туҡтай алмауын иҫтән сығармағыҙ.

5. Юлда наушник кейеп йөрөү зыянлы. Кеше был ваҡытта бер нәмә ишетмәй, күрмәй.
Фото: "Бәйләнештә".
https://bash.rbsmi.ru/ сайтынан алынды.
Читайте нас: